РОЗАНОВ Леонид Николаевич (16.12.1910, Екатеринодар ҡ. — 1984, Ленинград), тау инженеры‑геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1956), проф. (1959). Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938). 1950—60 йй. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда эшләй: өлкән ғилми хеҙм‑р, төбәк геологияһы лаб. етәксеһе, 1956 й. алып фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть геологияһы, нефтле һәм газлы өлкәләр тектоникаһы м‑н бәйле. Р. тарафынан Волга‑Кама антеклизаһы тикшерелгән, Башҡорт көмбәҙе, Бөрө биләне айырып күрһәтелгән, Волга‑Урал нефтле һәм газлы провинцияһының перспективалары өйрәнелгән, СССР‑ҙың нефтле һәм газлы өлкәләре картаһы төҙөлгән (1973). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1960).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.