АСЫЛЫКҮЛ ТӘБИҒИ ПАРКЫ. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығышында, Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк р‑ндары биләмәләрендә урынлашҡан. Майҙаны — 47,5 мең га, 37,3%‑ы урман м‑н ҡапланған. Тәбиғи парк терр‑яһында Асылыкүл, Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәге, Алға сығанағы бар. Рельефы убалы тигеҙлек. Дала кәҫле ҡыяҡлылары (ялбыр ҡылған, дөйә ҡылған, сүллек һолобашы) өҫтөнлөк иткән, ҡуҙаҡлылар (мөгөҙйемеш астрагал, болон торна борсағы, себер йылҡы борсағы һ.б.), төрлө үләндәр (һары умырзая, һары етен, дала шалфейы һ.б.), һирәкләп ҡыуаҡтар (ялан сейәһе, ҡара ҡараған, тәпәш миндаль һ. б.) ҡатнаш бүтәгәле‑ҡылғанлы дала үҫемлектәре донъяһы таралған. Үҙенсәлекле үҫемлек төрҙәре (Гельм астрагалы, мурт арышбаш, Разумовский тәңкәғуҙағы, ябай оносма, һырылыусан ҡанүлән һ.б.) үҫкән петрофит дала урындары бар. Болон үҫемлектәр донъяһының ҙур булмаған өлөштәре дым яратыусы төрҙәрҙән тора (урман айрауығы, ботаҡлы айрыҡ, үрентеле ҡондораҡ, болон тимофеевкаһы һ.б.). Күлдең көньяҡ ярында йүкә‑имән‑ҡайын урмандары таралған. Һыу буйы үҫемлектәре донъяһы күл ҡуһаһы, һары томбойоҡ, сатырлы һыусәсәк, көтөүсе ҡумыҙынан һ.б. тора. Күлдең фитопланктонында диатом ылымыҡтар һәм йәшел ылымыҡтар күберәк. Күлдең көнбайыш ярында һәм Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәгендә һаҙ үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Флораһында ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәрҙең 500‑ҙән ашыу төрө, ш. иҫ. 5 реликт (еҫле биҙгәксән, Роберт яраны, өс көрәкле күк көпшә, баргузин әреме, себер флоксы) һәм 10 эндемик (Гельм астрагалы, исәт ҡаясатыры, энәле ҡәнәфер, эре сәскәле тәңкәғуҙаҡ, Разумовский тәңкәғуҙағы, татар ҡутырбашы, Гмелин һыйыртеле, башҡорт елемүләне, шырт еҙүлән, урал цицербитаһы) бар. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 27 һирәк төрө индерелгән, шуларҙың 7‑һе (Залесский ҡылғаны, ялбыр ҡылған, дөйә ҡылған, урыҫ сыбар сәскәһе, шырт еҙүлән, орҡалы әшәлсә) — РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китабына. А.т.п. фаунаһы күп төрлө. Үрғуян, ҡоралай, һуҡыр сысҡан, йәтсә, мышы, ҡыр сысҡаны, бәләкәй сысҡан, ябай ҡыр сысҡаны, ҙур йомран, ирлән, көҙән һ.б. имеҙеүселәр йәшәй. 100‑ҙән ашыу төр ҡош (борғандаҡ, әберсен, боған, ала ҡаҙ, зырҡыуыт, һар, ҡашҡабаш, һоро өкө, бүҙәнә, ябай торомтай һ.б.) оя ҡора, 25‑кә яҡын төр (галстучник, сыбар ҡаҙ, аҡ башлы ҡаҙ, йомағара, ҡара ҡаҙ, алтын рәшә турғай, тулес, ҡарасабан, ҡарабаш өйрәк, ҡупшы турғай һ.б.) осоп барышлай туҡтала. 20 б. башында Берҡаҙан‑Ҡамыш төбәгенә берғаҙандар оялаған. Асылыкүл балыҡҡа бай; 1943 й. — ҡарабалыҡ һәм табан балыҡ, 1953 й. — алабалыҡ, 1962 й. рипус селбәрәһе ебәрелгән, 1970‑се йй. башында энәбалыҡ климатҡа яраҡлаштырылған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 21 һирәк төрө индерелгән (1 — умыртҡаһыҙҙар, 20 — умыртҡалылар), шуларҙың 8‑е (аполлон, ҡағараҡ, этала ҡаҙ, ваҡ сарлаҡ, көйөлдө, сапсан, ҡарағанат, сипылдауыҡ) — РФ‑тың Ҡыҙыл китабына. Асылыкүл тирә‑яғының флораһы һәм фаунаһы т‑да мәғлүмәттәр П.И.Рычков, П.С.Паллас, П.П.Сушкин, О.А.Федченко һ.б. хеҙмәттәрендә килтерелә. 20 б. терр‑яны геологтар Г.В.Вахрушев, Ә.Р.Кинйәкәев, И.К.Кудряшов, гидрологтар В.А.Балков, Ә.М.Гәрәев, ландшафт белгестәре Ф.Ә.Мәҡсүтов, И.М.Япаров, ботаниктар А.Н.Богданов, М.И.Котов, Е.В.Кучеров, Р.Ғ.Миңлебаев, А.К.Носков, С.С.Хәйретдинов, зоологтар М.Ғ.Баянов, И.П.Дьяченко, В.Д.Ильичёв, Ә.Ф.Мәмәтов һ.б. өйрәнә. 1993 й. уникаль тәбиғи комплекстарҙы, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлау, экологик тәрбиә алымдары эшләү, ял һәм туризмды ойоштороу маҡсатында асылған.

Әҙәб.: Кучеров Е.В., Кудряшов И.К., Максютов Ф.А. Памятники природы Башкирии. Уфа, 1974; Кучеров Е.В., Мулдашев А.А., Галеева А.Х. Ботанические памятники природы Башкирии. Уфа, 1991.

Ә.М.Гәрәев, С.С.Хәйретдинов, И.М.Япаров

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева