РОЖДЕСТВЕНСКИЙ Александр Петрович (18.8.1920, Һарытау губ. Арҡаҙаҡ а. — 12.12.2007, Өфө), геолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1967), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1941) СССР Нефть сәнәғәте ХК‑ның Түб. Волга геол.‑разведка тресында геолог булып эшләй, 1944 й. алып Һарытау ун‑тында. 1952 й. башлап Геология ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1954 й. алып сектор мөдире, 1968—2007 йй. лаб. мөдире, баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1961—74 йй. БДУ‑ла, 1971—73 йй. БДПИ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге геоморфология һәм неотектоника проблемаларына арналған. Уның етәкс. Көньяҡ Урал ер ҡабығының һәм рельефының төҙөлөшөнә һәм үҫешенә тикшереү үткәрелгән. БАССР атласының (1976), 1:5000000 масштаблы СССР‑ҙың яңы тектоникаһы картаһының (1959), 1:2500000 масштаблы геоморфол. картаның (1987) һ.б. авторҙашы. 250 фәнни хеҙмәт авторы. Рус география йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1980), СССР География йәмғиәтенең Башҡ‑н филиалы рәйесе (1965—92).

Х е ҙ м.: Новейшая тектоника и развитие рельефа Южного Приуралья. М., 1971; Горообразование на Урале и новейшая тектоника. М., 1984; Основные черты тектоники Урала. Уфа, 1993.

М.Ғ.Моталов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Текст на русском языке