РОДОНИТ (гр. rhódon), о р л е ц, силикаттар класы минералы, CaMn4[Si5O15]. Составына 30—46% MnO, 4—6,5% CaO, 45—48% SiO2 һәм магний, тимер, цинк ҡушылмалары инә. Кристалдары пластинка формаһында. Агрегаттары үтә ваҡ бөртөклө, нурлы. Төҫө алһыуҙан алып сағыу ҡыҙылға һәм көрән‑ҡыҙылға тиклем; йыш ҡына марганец оксидтарының ҡара дендриттары була; һыҙаты аҡ; быяла кеүек ялтыр, үтә күренмәле, ярым үтә күренмәле. Ҡатылығы 5—6,5; тығыҙлығы 3400— 3780 кг/м3. Метаморфланған марганец мәғдәндәрендә осрай. Декоратив һәм биҙәү таштары сифатында ҡулланыла. БР‑ҙа Магнитогорск мегасинклинорийының марганец мәғдәндәре ятҡылыҡтарында осрай. Көньяҡ Фәйзулла ятҡылығында (Баймаҡ р‑ны; РФ‑та ҙурлығы б‑са икенсе урында тора) табыла, унда пироксмангит (марганецлы пироксен), родохрозит (марганец карбонаты) һ.б. м‑н ассоциациялана.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.