РӘМИЕВТӘРҘЕҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ. Хәнифә Әлмөхәмәт ҡыҙы Рәмиева тәүге Р.а.п. хужаһы була, ул 1870 й. 30 ғин. Орск өйәҙе Бөрйән улусы аҫаба башҡорттары м‑н алтын сығарыу т‑да контракт төҙөй; 80‑се йй. Мөхәмәтсадиҡ Әбделкәрим улы (уның ире), 1890—1900 йй. улдары Мөхәмәтзакир һәм Мөхәмәтшакир Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр) хужа була. 1891—95 йй. Төйәләҫ, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йй. үрге ағымында эшләгән 15 Р.а.п. 28 бот ҡом һәм 2026 мең бот кварц юлағы эшкәртелә, 29 бот алтын алына. 1892 й. башлап Рәмиевтәр Ниғмәтуллин м‑н берлектә Ҡырҡты һыртында эштәр алып бара. Солтанкүл (Оло Ҡыҙыл й. басс.) буйында (шунда уҡ Рәмиевтәрҙең усадьбаһы була) урынлашҡан Солтан приискыһында яҡынса 42 бот, Төйәләҫ й. буйындағы Ғәҙелша приискыһында (икенсе исеме Солтан) 52 бот алтын табыла. 1892—1901 йй. ағалы‑ҡустылы Рәмиевтәр тарафынан Ҡушый руднигы үҙләштерелә, 7 боттан ашыу алтын сығарыла. 1901 й. мәғлүмәттәр б‑са, Р.а.п. Верхнеурал, Орск һәм Троицк өйәҙҙәрендәге 26 прииск, ш. иҫ. Комарницкий туҫтаҡтары, локомобилдәр, вашгердтар м‑н йыһазландырылған ҙур Ғәҙелша, Солтан, Күрше, Сахара, 2 Төйәләҫ приискылары, инә. Солтан приискыһында һыу һурҙырыу өсөн пар машинаһы, 30 вашгерд була, һуңыраҡ бегун ф‑каһы төҙөлә. Рәмиевтәр тарафынан Верхнеурал өйәҙенең Ҡурғашлы, Шатаҡ, Ҡар һәм Бәҙрәш приискыларында, Белорет заводы округында алтын сығарыу ойошторола. Ниғмәтуллин һәм М.Ю.Мортазин м‑н берлектә ш. уҡ Ҡом‑Аҡһаҡ, Арғашлы, Верный, Яҡшембәт, Көртмәк, Хәсән, Шафиҡ приискылары үҙләштерелә. Рәмиевтәр “Ғәҙелшин һәм К° ширҡәте”нә инә; ширҡәткә 1912—17 йй. эшләгән бер нисә прииск — Троицк өйәҙе Туңғатар улусының Ишдәүләт, Ирәндек һәм 2‑се Ирәндек, Трудовой, Киндерһалған приискылары ҡарай. Р.а.п. старателдәр элементар инвентарь һәм техника файҙалана: Комарницкий туҫтаҡтары, Блек ваҡлағыстары, бутарҙар, шлюздар, пар двигателдәре. Кварц юлаҡтары динамит м‑н аҡтарыла. Тоҡомдарҙы ваҡлау өсөн Мөхәмәтшакир Рәмиев тарафынан “Рәмиевтәр мискәһе” эшләнә. Йыл һайын етештереү процесына 850‑гә яҡын эшсе йәлеп ителә.

В.Н.Макарова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.