РЕЛЬЕФ (фр. — relief), формаһы, дәүмәле, барлыҡҡа килеүе һәм үҫеш тарихы б‑са төрлө булған ер өҫтө тигеҙһеҙлектәренең йыйылмаһы. Эндоген процестарҙың экзоген процестар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Экзоген Р. денудациялы, эрозиялы, аккумулятив һәм ҡатнаш типтары бар. Дәүмәле б‑са уларҙың барлыҡҡа килеү ысулдарын иҫәпкә алып Р. планетар формалары (ҡитғалар, океандар), мега‑ (тау системалары, тигеҙлектәр), макро‑ (тауҙарҙағы һырттар һәм уйпатлыҡтар, уйһыулыҡтар һәм ҡалҡыулыҡтар), мезо‑ (үҙәндәр, убалар, арҡалар, йырындар, һырт ҡырластары һәм битләүҙәре), микро‑ (карст упҡындары, һырт һәм арҡа түбәләре һәм битләүҙәре, һырт битләүҙәрендәге һәм ҡырластарындағы ҡатмарлыҡтар), наноформалары айырыла. Р. шулай уҡ тышҡы күренеше (морфография), генезисы (морфол. комплекстар һәм генетик рәттәр) һәм йәше (генерация) б‑са классификациялана. Планетар формаларҙың, мега‑, макро‑ һәм өлөшләтә мезоформаларҙың барлыҡҡа килеүендә төп ролде — эндоген процестар (тектоник хәрәкәттәр, тау тоҡомдарының литологопетрографик төҙөлөшө һ.б.), микроформаларҙа экзоген процестар уйнай. Ҡоро ерҙә төп морфоструктуралар булып тауҙар һәм тигеҙлектәр тора. Башҡортостан Р. формаларының төрлөлөгө уның геогр. урыны, терр‑яның геол. һәм тектоник төҙөлөшө м‑н аңлатыла. Респ. көнбайыш өлөшө Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ- көнсығыш өлөшө сиктәрендә (уға Р. мегаформаһы — Көнсығыш Европа тигеҙлеге тап килә); үҙәк һәм көнсығыш өлөштәре Башҡорт мегантиклинорийы, Магнитогорск мегасинклинорийы, Уралтау зонаһы сиктәрендә (мегаформа — Урал тау системаһының көньяҡ өлөшө) ята. Башҡортостандың Урал алды Р. микроформалары Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшөнән, Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығынан, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенән, Өфө яйлаһынан, Йүрүҙән- Әй тигеҙлегенән; Башҡортостан Уралында — Уралтау, Ҡаратау, Ирәндек, Ҡыраҡа, Олотау һ.б. һырттарҙан, Йылайыр яйлаһынан, уның көнсығыш өлөшөндә — Урал аръяғы яйлаһынан ғибәрәт. Респ. Р. төрлө мезоформалар — мәмерйәләр, һырттар, арҡалар, убалар һ.б. м‑н ҡатмарланған.

П.Н.Швецов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.