РЕКРЕАЦИОН РЕСУРСТАР, ял итеү, дауалау, һауыҡтырыу, танып белеү һ.б. маҡсаттарҙа ҡулланыла алған тәбиғи, тарихи‑мәҙәни, соц.- иҡт. мөхит объекттары һәм күренештәре йыйылмаһы. Тәбиғи Р.р. терр‑яның геогр. урыны, рельеф үҙенсәлектәре, климат ресурстары, тәбиғи һәм антропоген акваль комплекстарҙың, ш. иҫ. махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең, төрлөлөгө м‑н билдәләнә. Тарихи‑мәҙәни Р.р. күренекле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады йәки терр‑яның этномәҙәни үҙенсәлектәре м‑н бәйле булған ҡалаларҙы, мәҙәни мираҫ объекттарын, архитектура һәм археологик ҡомартҡыларҙы, музейҙарҙы һ.б. үҙ эсенә ала. Соц.‑иҡт. Р.р. юғары технологиялы производстволарҙың һәм етештереү объекттарының, үҫешкән инфраструктураның һәр кем ҡулланырлыҡ булыуы м‑н билдәләнә. Рекреация эшмәкәрлеге (рекреация) төрҙәре һәм функциялары б‑са дауалау- курорт, һауыҡтырыу, спорт, танып белеү һ.б. айырыла. БР‑ҙа Р.р. бөтә төрҙәре бар, был шифахана‑курорт учреждениелары селтәре, спелеотуризм үҫешенә, ял итеү зоналары эшләүгә һ.б. булышлыҡ итә. Тарихи-мәҙәни Р.р. мәҙәни‑танып белеү, ҡала, этник, ғилми һ.б. рекреациялар үҫешен тәьмин итә. Р.р. үҙенсәлектәре һәм уларҙы ҡулланыу нигеҙендә БР‑ҙа 7 рекреацион ареал бүленә: төньяҡ‑көнбайыш, төньяҡ‑көнсығыш, Урал алды тигеҙлеге, Ағиҙел буйы, тәпәш һәм яҫы таулы Көньяҡ Урал, уртаса тәпәш таулы Көньяҡ Урал, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш Урал аръяғы.

Әҙәб.: Г а б б а с о в а Р.Р. Основы рекреационной географии. Уфа, 2009.

Р.Р.Ғәббәсова

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке