РЕКРЕАЦИОН ГЕОГРАФИЯ, география бүлеге, терр. рекреацион системаларҙың барлыҡҡа килеү, урынлашыу һәм эшләү законлыҡтарын өйрәнә. Археология, тыуған яҡты өйрәнеү, тарих, экология, культурология, климатология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Р.г. 20 б. 80‑се йй. алып үҫешә. Башҡорт дәүләт университетында төбәктәрҙе, тәбиғи һәм антропоген комплекстарҙы рекреацион өйрәнеү һәм баһалау б‑са методик аспекттар тикшерелә, БР‑ҙы рекреацион районлаштырыу үткәрелә (Р.Р.Ғәббәсова); респ. рекреацион хужалығын ойоштороу б‑са терр. аспекттар (А.Е.Васильева); рекреация эшмәкәрлеген ойошторғанда махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрен файҙаланыу үҙенсәлектәре, уның махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре торошона тәьҫире (Ә.М.Гәрәев, А.Ф.Ниғмәтуллин) өйрәнелә; Иҡтисад һәм сервис университетында — терр‑яларҙы рекреацион төҙөкләндереү (И.Й.Усманов); Аграр университетта рекреацион ағас ултыртыу (С.И.Конашова, Ә.Ф. Хәйретдинов); Педагогия университетында рекреацион ресурстарҙың геоэкологияһы (Е.Н.Сәйфуллина, Р.А.Фәтҡуллин) б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Р.Р.Ғәббәсова

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Текст на русском языке