ПСИХИК ҠАҠШАУҘАР, психиканың ҡаҡшауына бәйле кеше ауырыуҙары. П.ҡ. эндоген (шизофрения, аффектив психоздар һ.б.), эндоген‑органик (эпилепсия, баш мейеһендәге дегенератив процестар һ.б.), экзоген-органик (травмалар ваҡытында, баш мейеһе шештәре булғанда психик боҙолоштар һ.б.), экзоген (алкоголизм, наркомания, токсикомания, ҡайһы бер соматик, инфекцион ауырыуҙар ваҡытында психик ҡаҡшауҙар һ.б.) була; психосоматик ҡаҡшау, психоген ауырыуҙар (реактив психоздар, невроздар, травманан һуңғы стресс синдромы), сикке психик боҙолоштар (невротик ҡаҡшау, неврастения, психопатия, борсолоу‑фобия хәлдәре һ.б.), психик үҫеш патологияһы (олигофрения, психик үҫештең туҡтап ҡалыуы һәм дөрөҫ үҫешмәүе) ауырыуҙары айырыла. П.ҡ. эске (генетик факторҙар, биохимик һәм алмашыу процестарының боҙолоуы) һәм тышҡы (баш‑мейе, психик травмалар, инфекциялар, ҡан тамырҙары атеросклерозы һ.б.) сәбәптәр тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә үҫешә. П.ҡ. булышлыҡ итеүсе факторҙар: баш мейеһе бирешеүсәнлеге (генетик сәбәптәр арҡаһында йәки онтогенез процесында барлыҡҡа килә), стресс һ.б. П.ҡ. ваҡытында баш мейеһенең еңел (функциональ, кире үҙ хәленә ҡайта торған), уртаса һәм ауыр (органик, кире үҙ хәленә ҡайтмай торған) дәрәжәләрҙә боҙолоуы күҙәтелә. П.ҡ. диагностикалау өсөн анамнез, клиник һәм инструменталь тикшереү, психодиагностика, психологик экспертиза һ.б. мәғлүмәттәр файҙаланыла. Клиник яҡтан психотик, невротик, соматовегетатив ҡаҡшауҙар хас, өҙлөкһөҙ йәки өйәнәктәр рәүешендә булыуы мөмкин. Дауалау: медикаментоз (нейролептиктар, антидепрессанттар, транквилизаторҙар һ.б.), психотерапия, психологик коррекция һ.б. Иҫкәртеү: инфекцион ауырыуҙарҙы, интоксикацияларҙы, башмейе травмаларын дауалау, медик‑генетик консультация, сәләмәт йәшәү рәүеше һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә психик ҡаҡшау диагнозы тәүге тапҡыр билдәләнгән ауырыуҙар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й. — 223,4; 2006 — 188,1; 2008 — 214,8 кеше, улар диспансер һәм консультатив күҙәтеүгә алынған. П.ҡ. м‑н ауырығандарҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү һәм уларға махсус ярҙам ойоштороу проблемалары Медицина университетында, Педагогия университетында, Мәғарифты үҫтереү институтында, Психиатрия дауаханаһы №1 һ.б. өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Психиатрия.

Б.Л.Урицкий

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика