ПСӘНЧИН Айбулат Вәли улы (12.2. 1967, Өфө), географ. Геогр. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011). В.Ш.Псәнчиндең улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1991) шунда уҡ эшләгән. 1994 й. алып Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә: 1999—2000 йй. ғилми секретарь, 2001—03 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2004 й. башлап төп ғилми хеҙм‑р, 2005—11 йй. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта РФА Өфө ФҮ‑нең фәнни эштәр б‑са рәйес урынбаҫары, 2008 й. алып БДУ‑ның физик география, тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2011 й. алып ТТӘИ‑лә этнология бүлеге мөдире, 2012 й. — дир. урынбаҫары, 2015 й. дек. алып дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге ватан этнографияһы тарихы, этник һәм тарихи география, география һәм картография өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Рус геогр. йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (2008—14 йй.).

Х е ҙ м.: Башкортостан на старых картах: история географического изучения и картографирования. Уфа, 2001; Очерки истории этнической картографии в России в XVIII—XIX вв. М., 2004; Комиссия по изучению племенного состава населения: от этнокартографии к переписи населения. Уфа, 2010.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика