ПРОТЕРОЗОЙ (гр. proteros — иртәрәк һәм zoe — тормош), протерозой акротемаһы, кембрий алдының өҫкө бүлексәһе. Эраның башы — 2500±50, аҙағы — 535±1 млн йыл. 1887 й. инглиз геологы А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Рәсәй кембрий алдының стратиграфик шкалаһында аҫҡы һәм өҫкө П. айырыла, улар араһында йәш сиге 1650±50 млн йыл; өҫкө П. рифей һәм вендҡа бүленә. Башҡорт мегантиклинорийында П. төрлө үҙгәрештәргә дусар булған 20—25 км ҡалынлыҡтағы ултырма, вулкан, вулкан‑ултырма һәм интрузив ҡатламдарҙан тора. Ултырма ҡатламдарҙа микрофоссилийҙар, строматолиттар һәм микрофитолиттар (бактериялар, цианобактериялар, ылымыҡтар), киҫелештең өҫкө өлөшөндә — һөлдәһеҙ хайуан ҡалдыҡтары һәм уларҙың йәшәйеш эҙҙәре таралған. Башҡортостандың көнбайышында респ. платформалы өлөшөндә өҫкө П. ултырмалары скважиналалар м‑н 1,2—5,5 км тәрәнлектә асылған. Карбонат‑терриген ҡатламдарҙа рифейҙың ҡырпы, серафим һәм абдулла сериялары, вендтың ҡайыр һәм шкапов сериялары айырылған, ҡалынлыҡтары көнбайышта 5 км алып көнсығышта 12 км тиклем етә. Башҡ. мегантиклинорийында өҫкө П. тимер мәғдәндәре, полиметалл, алтын, магнезит, барит, мәрмәр, доломит, эзбизташ, кварцит, плавик шпаты ятҡылыҡтары тура килә.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика