“ПРОПОЛИС”, ЯСЙ. Бал, прополис, балауыҙ, инә ҡорт һөтө, сәскә һеркәһе, дарыу үҫемлектәренең экстракттары нигеҙендә шифалы тәбиғи продукция эшләй һәм етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына умартасылыҡ продукттарын эшкәртеү һәм косметика, драже, прополис майҙары эшләү цехы инә. С.‑Петербург ҡ. вәкиллеге, Өфөлә фирма магазины бар. “AVE APIS” (“Бал ҡортона дан”; 100‑ҙән ашыу төр) сауҙа маркаһы аҫтында бал‑прополис препараттары, косметика, диета, һаулыҡты нығытыу композициялары сығара. 2008 й. 13 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1995 й. “Аюрведа” ЯСЙ булараҡ асыла, 2003 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Продукция етештереүҙә ш. уҡ “Прополис” ҒПБ‑ның (Өфө) фәнни асыштары ҡулланыла.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Яндекс.Метрика