СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәл иткес йоғонто яһаусыиҡтисад өлкәһе; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора.

18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә (ҡара: Тау сәнәғәте), 18 б. уртаһынан алтын, ағалтын эҙләү һәм сығарыу эштәре башлана.19 б. уртаһында поташ, күн, буҫтау, кирбес, һабын ҡайнатыу, май иретеү, шәм, елем, балауыҙ з‑дтары, май һығыу, шарап һ.б. пр‑тиелар барлыҡҡа килә, урман кәсептәре үҫешә. 20 б. башында фабрика‑завод тибындағы 236 пр‑тие теркәлә (иң эреләре – Өфө т. юл оҫтаханалары, Богоявленск заводы, Благовещен заводы, Түбәнге Троицк буҫтау ф‑каһы). Революция(1917) алдынан Башҡ‑н терр‑яһында 40 тирмән һәм ярма ярыу, 30 һыра ҡайнатыу һәм спирт‑араҡы ҡыуыу, 28 суйын ҡойоу һәм тимер эшләү з‑ды, туҡыу һәм тегеү‑галантерея ф‑калары, күн з‑дтары һ.б. эшләгән. С. бөтә етештерелгән продукция күләменең 15%‑ын, Граждандар һуғышынан һуң – һуғышҡа тиклемге күләмдең 30%‑ын тәшкил итә. 1930 й. СССР ХКС‑ы “Башҡорт АССР‑ы сәнәғәтен үҫтереү тураһында” ҡарар ҡабул итә. 1‑се биш йыллыҡтар ваҡытында (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) С. төп фондтарҙың ҡиммәте 2,5 тапҡырға, продукция сығарыу 2,3 тапҡырға арта; Ишембай нефть ятҡылығын асыу нефть сығарыу сәнәғәте үҫешенә нигеҙ һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. илдең көнбайыш р‑ндарынан сәнәғәт пр‑тиелары эвакуацияланғандан һуң машиналар эшләү, металл эшкәртеү һ.б. тармаҡтар үҫеш ала. Индустриялаштырыу осоронда сәнәғәт продукцияһы етештереү күләме 81 тапҡырға арта (СССР‑ҙа – 21 тапҡыр). 90‑сы йй. алып иҡт. түбәнәйеүе күҙәтелә (ҡара: табл.). Респ. терр‑яһында С. тигеҙ урынлашмаған. 60‑сы йй. тиклем сәнәғәт потенциалы башлыса үҙәк иҡтисади төбәгендә һәм көньяҡ иҡтисади төбәгендә, 90‑сы йй. ҡарата көнбайыш иҡтисади төбәгендә һәм төньяҡкөнбайыш иҡтисади төбәгендә туплана. Улар өлөшөнә респ. сәнәғәт потенциалының  93,7%‑ы, Урал иҡтисади төбәгенә һәм төньяҡкөнсығыш иҡтисади төбәгенә (үҫештең сеймал йүнәлеше, БР терр‑яһының 43%‑ы) – 6,3%‑ы тура килә. 2004 й. тулайым төбәк продукты структураһында С. 39% тәшкил итә. Башҡортостан Рәсәйҙә берҙән‑бер көкөрт колчеданы, автобетононасостар, аш содаһы  етештереүсе һәм каротаж күтәргестәр (86%), автобетонҡушылдырғыстар (63), кальцинирланған сода (60), бутил һәм изобутил спирттар (46), ҡорос сым (42), яҡтыртҡыс электр лампалары (27), металл ҡырҡыу станоктары (21), каустик сода (20), вертолёттар (18), автомобиль бензины (16), синтетик ыҫмала һәм пластик массалар (14-16), дизель яғыулығы (14), нефть сеймалын эшкәртеүҙә (11%-тан ашыу) иң ҙуры булып тора.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы күләменең үҫеш темптары (1913 – 1,0)

Сәнәғәт тармаҡтары

1928

1940

1965

1980

2000

2004

Нефть сығарыу*

60

2505

2353

800

760

Нефть эшкәртеү**

15,2

36,3

21

23

Ҡара металлургия

0,9

5,0

15,2

32,7

26

41

Химия һәм нефтехимия***

4,0

18,4

24

23

Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү

5,0

48

3063

18244

20414

35727

Урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ

1,8

4,0

87,3

186

109

114

Төҙөлөш материалдары

2,1

37

305

710

839

1162

Еңел

1,6

31

1009

3576

2011

2126

Аҙыҡ-түлек

0,9

9,1

189

440

442

513

* берәмеккә 1933 й. алынған

**берәмеккә 1950 й. алынған

***берәмеккә 1960 й. алынған

Яндекс.Метрика