СӘНӘҒӘТ ТӨҘӨЛӨШӨ, етештереү өсөн тәғәйенләнгән биналар һәм ҡоролмалар төҙөү, үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонтлау, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау эштәрен башҡарған төҙөлөш тармағы. Ауыр сәнәғәт (электр станциялары, күмер шахталары һ.б.) һәм еңел сәнәғәт пр-тиеларын төҙөү айырыла. Матди сығымдарҙы ҡыҫҡартыу өсөн объекттарҙы, булған инженер селтәрҙәрен, килтереү юлдарын, энергетика хужалыҡтарын һ.б. файҙаланып, ғәҙәттә сәнәғәт узелында төҙөйҙәр.

Башҡортостанда С.т. 18 б. 1-се яртыһында ҡаҙна тау заводтары барлыҡҡа килгәндән һуң башлана. 19 б. кирбес, шарап, күн, май иретеү, һабын ҡайнатыу, таҡта ярыу з‑дтары, буҫтау, киндер ф-калары һ.б. төҙөлә. Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң емерелгән пр-теларҙы тергеҙеү башлана. 1928–32 йй. 30 электр станцияһы төҙөлә (ҡара: ГОЭЛРО). 1930 й. Өфө сәнәғәт комплексы пр‑тиелары төҙөлә башлай (ҡара: Индустриялаштырыу). 1931 й. Өфөлә “Моторстрой” тресы (ҡара: №3 төҙөлөш тресы) респ. тәүге пар турбиналы электр станцияһы төҙөй, комбайн моторҙары з‑ды төҙөлә башлай (хәҙ. ӨМЭПБ). Башҡорт нефте асылғандан һуң С.т. айырыуса юғары үҫеш ала. Биш йыллыҡ пландарҙы үтәү барышында БАССР‑ҙа нефть эшкәртеү сәнәғәте, химия сәнәғәте, нефтехимия сәнәғәте, машиналар эшләү з-дтары,йылылыҡ һәм электр энергетикаһы,еңел, аҙыҡ-түлек, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте пр-тиелары һ.б. төҙөлә; төҙөлөш трестарының матди-техник базаһы булдырыла һәм нығытыла (ҡара: Металл конструкциялар һәм изделиелар сәнәғәте, Төҙөлөш материалдары сәнәғәте). С.т. төҙөүҙең алдынғы ысулдары индерелә, юғары етештереүсәнлекле техника ҡулланыла, махсуслаштырылған төҙөлөш һәм монтаж ойошмалары булдырыла, был хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына йоғонто яһай. 90-сы йй. башында С.т. капитал һалыу күләме ҡыҫҡартылыуы арҡаһында ҡайһы бер сәнәғәт объекттарын төҙөү туҡтатып торола. 90‑сы йй. аҙағында “Полиэф”з‑ды төҙөлөп бөтә, Башҡ-н АЭС-ын (ҡара: Атом электростанцияһы) төҙөү дауам итә, Нефтекама автозаводында пассажир автобустары, “Сода”ААЙ‑нда ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, “Уфаоргсинтезда – полипропилен етештереү ойошторола, Ишембай ҡ. түбә материалдары, Өфөлә быяла тара з‑дтары һ.б. төҙөлә, эшләгән производстволар модернизациялана.

Башҡортостанда С.т. “Башнефтезаводстрой”,“Башсантехмонтаж”, “Башэлектромонтаж”,“Востокнефтезаводмонтаж”, “Газспецстрой”, “Салаватстрой”, “Стерлитамакстрой”, №21 Трест,“Южуралпромстрой” һ.б. пр-тиелар, сәнәғәт объекттарын проектлау “Башкирский Промстройпроект”, “Башнефтегазпроект”һ.б. тарафынан тормошҡа ашырыла.

Әҙәб.: Строительный комплекс Республики Башкортостан. Уфа, 2004.

Р.В.Әмиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән биналарҙы сафҡа индереү

Күрһәткестәр

2002

2003

2004

2005

2006

2007

Биналар һаны, берәмек

111

144

103

100

77

83

Биналарҙың дөйөм майҙаны, мең м2

120,0

59,0

62,2

62,9

35,8

115,6

Яндекс.Метрика