“ПРОМБУРВОД”. Һыуға, тултырылған свайҙарға, ер аҫты коммуникацияларын электрохимик һаҡлау өсөн скважиналар быраулау; һыу күтәреү ҡорамалдарын монтажлау, скважиналарҙа павильондар ҡороу һ.б. м-н шөғөлләнә. 2008 й. 23 кеше эшләгән. Ҡулланыусылары — БР һәм РФ пр‑тиелары һәм халҡы. 1952 й. “Бурвод” Бөтә союз быраулау контораһының Бөгөлмә идаралығы булараҡ асыла, 1961 й. алып Октябрьский идаралығы, 1970 й. — Өфө махсус идаралығы, 1993 й. — “Промбурвод” Өфө филиалы, 2002 й. башлап “БашПромбурвод” ЯСЙ. Пр‑тиела киренән йыуҙырыу ысулы м‑н ҡомҡырсын ҡатламдарында ҙур диам. скважиналар быраулау технологияһы ғәмәлгә индерелгән (1978). Эшләү йылдарында һыу алыу ҡоролмалары — Өфө (5), Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Октябрьский (3), Салауат, Сибай һ.б. ҡалаларҙа; пр‑тие ҡатнашлығында Байконур космодромында (Ҡаҙағстан) төҙөлә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Яндекс.Метрика