ПРОИЗВОДСТВОНЫ МАХСУСЛАШТЫРЫУ, хеҙмәт бүленешенә һәм тармаҡтарҙы, производстволарҙы бер‑береһенән айырыуға нигеҙләнгән йәмғиәттәге етештереүҙе ойоштороу формаларының береһе. Бер яҡтан, П.м. — йәмғиәттәге хеҙмәт бүленеше, икенсе яҡтан — производствоны концентрациялау һөҙөмтәһе. П.м. етештереү көстәрен урынлаштырыуға һәм уларҙың үҫешенә, терр‑яларҙа хеҙмәт бүленешенә бәйле, был ҡаралған терр‑яның йәки төбәктең махсуслашыуында сағыла. Сәнәғәттә производство әйберләтә (асылда файҙаланылған продукциның билдәле төрҙәрен етештереү), деталләп, йәки агрегатлап (билдәле деталдәр, агрегаттар, әҙерләмәләр, ярымфабрикаттар сығарыу) махсуслаштырыла; һуңғыһына ш. уҡ технологик, йәки стадиялап (айырым технологик процестарҙы башҡарыу) махсуслаштырыу инә. Хеҙмәт етештереүсәнлегенең күтәрелеүенә, етештереү сығымдарының кәмеүенә, продукция сифатының яҡшырыуына булышлыҡ итә. П.м. кимәленең күрһәткестәре: тармаҡтың йәки пр‑тиеның дөйөм продукцияһы күләмендә төп продукцияның өлөшө, дөйөм продукция сығарыу күләмендә тармаҡтың өлөшө, продукцияның билдәле төрҙәрен сығарыуҙа пр‑тиеларҙың өлөшө һ.б. БР‑ҙа производствоны әйберләтә махсуслаштырыу — нефтехимия сәнәғәте, химия сәнәғәте пр‑тиеларында, деталләп махсуслаштырыу машиналар эшләү (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе двигателдәр сығарыуға махсуслашҡан; Нефтекама автозаводы автобустар йыйыуҙы тормошҡа ашыра һ.б.), төҫлө металлургия пр‑тиеларында (тау‑байыҡтырыу комб‑ттарында баҡыр‑цинк һәм пирит концентраттарын етештереү) файҙаланыла. Респ. РФ‑та етештерелгән кальцинирланған сода, бутил һәм изобу‑ тил спирттар күләменең — 50%‑ы, үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн химик сараларҙың — 25%‑ы, каустик соданың — 20%‑ы, автомобиль бензинының — 20%‑ы, синтетик ыҫмалалар һәм пластик массалар, дизель яғыулығының — 17%‑ы, полиэтилен һәм ҡаҙан мазуты һ.б. 12%‑ы етештерелә, был терр‑яның П.м. күрһәтә. Респ. ауыл хужалығы иген, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш етештереү, ш. уҡ йылҡысылыҡ, умартасылыҡ һәм ит-һөт малсылығы өлкәләрендә махсуслаша.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика