ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, бер адм. етәкселегендә бер нисә предприятиены берләштергән ойоштороу формаһы. ПБ составына з‑дтар, ф‑калар, ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ пр‑тиелары һ.б. инә; улар араһында етештереү бәйләнеше, үҙәкләштерелгән ярҙамсы һәм хеҙмәтләндереүсе производство була. ПБ етештереү процесын, продукция м‑н тәьмин итеүҙе һәм уны һатыуҙы рациональ ойоштороу, берҙәм техник сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү маҡсатында ойошторола. Производствоны концентрациялауҙың төрлө формалары ҡулланылырға мөмкин. ПБ составындағы төп пр‑тие баш пр‑тие тип атала. Берекмәнең етештереү берәмектәре (филиалдар) юридик шәхес булмай; уларҙың етәкселәре директорҙар советына инә, уның рәйесе ПБ‑ның ген. дир. (дир.) була. Башҡортостанда ПБ 20 б. 60‑сы йй. алып ойошторола: “Мир”, “Башжелезобетон” (ҡара: “Башстройконструкция”), “Башнефтехимзаводы” (1965), “Башстройдеталь”, Өфө агрегат производство берекмәһе, “Башобувьбыт”, “Башрадиотехника”, “Баштеплоэнерго” (бөтәһе лә — 1972), “Салаватстекло”, “Башкоммунводоканал”, “Баштрансгаз”, “Башкируголь”, “Башнефть”, “Каустик”, автовокзал һәм пассажир автостанциялары П.б. (1977), Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, автомобиль транспорты П.б. (ҡара: “Башавтотранс”), “Прогресс”, “Башкирскптицепром” (1987), “Башнефтепродукт” (ҡара: “Башкирнефтепродукт”), Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, энергетика и электрификация П.б. (ҡара: “Башкирэнерго”), “Авангард” һ.б. Шулай уҡ ҡара: Ғилми-производство берекмәһе.

С.М.Шакирова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Яндекс.Метрика