“ПРОГРЕСС” Башҡортостан етештереү берекмәһе, ФДУП. Элемтә аппаратураһы етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына механика-әҙерләү, пластмасса, бағана аппаратураһы һәм жгут яһау (бөтәһе лә 1941 й. нигеҙләнә), инструменталь (1943), баҫыу платаһы (1952), йыйыу-монтаж (1963) цехтары инә. 2008 й. 840 кеше эшләгән, 301,5 млн һумлыҡ продукция етештерелгән. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла.

1942 й. “Красная Заря” з-ды (Ленинград) Өфө филиалының алыҫ элемтә цехы базаһында 697-се Дәүләт союз з-ды булараҡ ойошторола, 1946 й. алып 210‑сы почта йәшнигенең Дәүләт союз з-ды, 1966 й. – элемтә аппаратураһы з-ды, 1982 й. “Рассвет” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы (1974) м-н ҡушылғандан һуң “П.” Башҡ-н ПБ барлыҡҡа килә. 1982 й. “П.” СССР-ҙың 60 йыллығы исеме бирелә. 1983 й. “П.” составына “Прогресс” Бөрө электромеханика з-ды, 1987 й. Өфө “Магнетрон” з-ды инә. 1999 й. хәҙ. статусын ала. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м-н бүләкләнгән (1971). Предприятие “Рәсәйҙең 1000 яҡшы предприятиеһы” конкурсында еңә (2001). Завод бинаһы – тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (1992). Предприятие м-н Л.Ф.Аврас, А.А.Ильин, В.И.Малмыгин, И.П.Рассказов, Н.Я.Ручьёв, Д.С.Сергеев, А.Ф.Тишина, В.С.Фалько һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

М.Н.Ғиззәтуллина

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика