“АСЫЛЫКУЛЬ” (“Асылыкүл”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Асылыкүл” редакция-нәшриәт комплексы» ДУП‑ы. Дәүләкән ҡ. аҙнаһына 3 тапҡыр урыҫ һәм башҡ. (“Балҡантау”) телдәрендә сыға. 1930 й. мартынан урыҫ телендә “Победим” (“Еңербеҙ”) исеме аҫтында сыға башлай, 1950 й. алып, “Колхозсы” (1932 й. алып башҡ. телендә сыға) гәз. м‑н берләшкәндән һуң, урыҫ һәм башҡ. телдәрендә — “Победим” һәм “Еңербеҙ”, 1954 й. — “Ленинское знамя” һәм “Ленин байрағы”, 1965 й. “Знамя” һәм “Байраҡ” булараҡ нәшер ителә; 2007 й. башлап хәҙ. исемдәр м‑н баҫыла. 1962—64 йй. гәзит нәшер ителмәй.

Тәрж. Р.М.Шәрипова