ПРОГНОЗЛАУ, милли иҡтисад үҫеше перспективаларын тикшереү. Социаль, иҡт. һәм фәнни-техник процестарҙы өйрәнеү, килеп сыҡҡан хәлде анализлау һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала. П. етештереү факторҙарын рациональ файҙаланыу соц. етештереү һөҙөмтәлелеген күтәрергә; фәнни һәм етештереү эшмәкәрлегенең перспектив йүнәлештәрен, дәүләттең соц.‑иҡт. сәйәсәте приоритеттарын һ.б. билдәләргә ярҙам итә. Оҙайлығына бәйле оҙаҡ ваҡытлы (10 йыл осорға 5 йылға 1 тапҡыр эшләнә), уртаса мөҙҙәтле (3 йылдан алып 5 йылға тиклем, йыл һайын коррекция үткәрелә) һәм ҡыҫҡа ваҡытлы (йыл һайын) прогноздар; методологияһына бәйле – генетик һәм норматив; тикшеренеү масштабына бәйле шәхси һәм комплекслы прогноздар була. Оҙаҡ ваҡытлы прогноз мәғлүмәттәре оҙайлы перспективаға соц.‑иҡт. үҫеш концепцияһын (стратегия), ш. уҡ уртаса мөҙҙәтле перспективаға соц.‑иҡт. үҫеш прогнозын һәм программаларын; ҡыҫҡа ваҡытлы прогноз мәғлүмәттәре дәүләт бюджеты проектын төҙөгәндә ҡулланыла.

РФ‑та соц.‑иҡт. үҫеш прогноздары 1992 й. алып эшләнә. 1995 й. дәүләт П. һәм соц.‑иҡт. үҫеш программалары т-да закон ҡабул ителә. Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы соц.‑иҡт. үҫеш прогноздары үҫеш тенденцияларын, сикләүҙәрен һәм факторҙарын иҫәпкә алып прогнозланған осор башына респ. иҡт. потенциалын баһалау нигеҙендә төҙөлә. 2020 й. тиклем БР-ҙа соц.‑иҡт. үҫеш стратегияһы ҡабул ителгән, 92 респ. программаһы, ш. иҫ. 48 маҡсатлы программа, эшләй (2008; ҡара: табл.)

Д.Р.Хисмәтуллин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Көйләү өлкәләре буйынса республика программаларының һаны

Көйләү өлкәһе

Программалар һаны

Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкә

26

Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм туризм

30

Экология, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү

4

Енәйәтселек һәм накомания менән көрәшеү

3

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге

1

Агросәнәғәт комплексы

6

Торлаҡ өлкәһен үҫтереү

4

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ

4

Иҡтисадтың төп тармаҡтары

2

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү

1

һ.б.

11

Яндекс.Метрика