ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР, тау‑ҡаҙылма сәнәғәтенең һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү (прииск), ер аҫтынан мәғдән, тау‑химия сеймалы һәм төҙөлөш материалдары сығарыу (рудник) пр‑тиелары. Ярҙамсы цехтар һәм ҡоролмалар комплексын (ваҡлау‑сортлау һәм байыҡтарыу ф‑калары, механика цехтары һ.б.) үҙ эсенә ала. Көньяҡ Уралда П.һ.р. барлыҡҡа килеүе баҡырлы ҡомташтарҙы үҙләштереү м‑н бәйле һәм энеолит дәүеренә (ҡара: Бронза быуаты) ҡарай: баҡыр рудниктары йыш ҡына бер‑береһе м‑н тоташҡан шахта, штольня һәм карьер системаһынан тора (ҡара: Баҡырүҙәк, Ҡарғалы). Ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡтарҙың формаһы мәғдән есеменең конфигурацияһын ҡабатлай, ишелеп төшөүҙе иҫкәртеү маҡсатында түбә ағас терәүҙәр йәки ҙур таштар м‑н нығытыла, уға көмбәҙ йәки арка формаһы бирелә. Массивты ватыуҙа таш һәм металл бырауҙар, кәйләләр ҡулланыла. Елләтеү вертикаль ҡыуышлыҡтар аша башҡарыла, ҡойма ямғырҙарҙан һаҡланыу өсөн шахта үҙәге янында плотиналар төҙөлә, ер аҫты һыуҙары һыу йыйыу соҡорҙарына йыйыла. Мәғдән ҡаҙыусыларҙы төшөрөү һәм өҫкә күтәреү өсөн вертикаль ҡыуышлыҡтың стенаһында киртләс ҡалдырыла, киртекле бүрәнәләр, мәғдәнде күтәреү өсөн — күн тоҡтар һәм үрелгән кәрзиндәр файҙаланыла. Тау эшенең үҫеше П.һ.р. камиллашыуына булышлыҡ итә. 18 б. 1‑се ярт. П.һ.р. таралыуы һибелмә алтын, баҡыр колчеданы мәғдәндәре, тимер мәғдәндәре, марганец мәғдәндәре сығарыу м‑н бәйле. Ятҡылыҡтарҙың күбеһе асыҡ ысул, мәғдән ятҡылыҡтары — башлыса киҫелештәр (карьерҙар), ваҡтары соҡор һәм дудкалар м‑н үҙләштерелә. Ҡыуышлыҡтарҙың тәрәнлеге арта барған һайын ер аҫты юлдары, өңдәр, шахталар, штректар һәм штольнялар (тәрәнлеге 60 м тиклем, ҡайһы берҙә 100 м ашыу) төҙөлә. Мәғдән ҡул көсө м‑н сығарыла. Ерҙә шурф (ҡоҙоҡ) ҡаҙыла, унда ағып төшкән һыу насос йәки ситкә ебәрә торған каналдар ярҙамында бушатыла. Тоҡомдарҙы йыуыу өсөн һыу плотиналар төҙөү юлы м‑н йыйыла. Шахталар мәғдән күтәреү, насос һәм баҫҡыс (эшселәрҙе төшөрөү өсөн) бүлектәренән тора. Приискыларҙағы эш этаптары: торф йыйып алыу, ҡом сығарыу, йыуыу ҡулайламаларына ташыу, йыуыу һәм металды айырып алыу, торфты һәм эшкәртелгән ҡомдо отвалдарға еткереү. Ҡайһы берҙә ер аҫты эштәре үткәрелә: төрлө дәүмәлдәге шахта һәм дудкалар уйыла, уларҙан мәғдәнде соҡоп сығарыу ҡат‑ҡат штректар м‑н аҫтан өҫкә алып барыла. Ҡом һәм мәғдән сығарыу урынынан тау з‑дтарына һәм байыҡтырыу ф‑каларына носилкаларҙа йәки ике тәгәрмәсле ҡул арбаһында, ат арбаһында (арты асыла торған йәшниктәрҙә), 1837 й. башлап күсмә тимер юл буйлап вагонеткаларҙа (ҡара: Мейәс алтын приискылары) ташыла. Беренсел мәғдән эшкәртеү ысулдары: ваҡлау, сорттарға бүлеү, көйҙөрөү, тимер киртләсле һәм рәшәткәле ҙур мискәләрҙә (19 б. 30‑сы йй. алып вашгерд мискәләрҙә) “йыуыу”. Ҡомдо йыуыу техникаһы камиллаштырыла (алтынды, көмөштө йәки ағалтынды ҡушылмаларҙан айырып алыу). Иң ябай эш ҡоралдары — улаҡ, түмәр, ҡатмарлыраҡ ҡоралдар — ҡул станоктары, вашгердтар (рейкаларҙан торған 3 арҡыры кәртә беркетелгән бер нисә киртләсле һөҙәк төплө ағас йәшник), эре иләктәр, ҡул тырмалары, бутарҙар (ҡул көсө, ат сығыры йәки һыу насосы ярҙамында эшләтелгән цилиндр йәки конус формаһындағы барабан, етештереүсәнлеге сменаға 2500 ботҡа тиклем ҡом), шлюздар, венгр станоктары (береһенең осо икенсеһенең баш өлөшө аҫтында ятҡан 3—4 яруслы бер нисә рәшәткә; етештереүсәнлеге сменаға 80—1160 бот ҡом). Һыу ҡул насостары м‑н плотиналарҙан улаҡтар буйлап тәьмин ителә; плотиналар янында бер нисә йыуыу станоктары ҡуйыла. 18 б. 1‑се ярт. П.һ.р. Л.И.Брусницын, Е.А.Черепанов һ.б. төҙөгән йыуыу машиналары файҙаланыла. 1830 й. А.А.Агте тарафынан алтын йыуыу машинаһы уйлап табыла (үҙ күсәрендә әйләнеүсе киҫелгән конус һәм ярым түңәрәк ялғаш формаһындағы тимер мискә). Алтындың юғалыуы 100 ботта 2—4 өлөш тәшкил итә. П.П.Аносов (ҡара: Аносовтар) мискәне һәм туҫтаҡты тишекле ике ялғаш м‑н алыштырып конструкцияны камиллаштыра, етештереүсәнлек арта: сменаға 1 кеше 800 бот балсыҡлы һәм 1200 бот сәсмә ҡом йыуа. 1844 й. Аносовтың яңы машинаһы — алтын йыуа торған пар тирмәне (етештереүсәнлеге тәүлегенә 16—18 мең бот ҡом) эшләй башлай. Һуңыраҡ ҡеүәте 18 ат көсө булған пар двигателле Комарницкий туҫтағы ҡулланыла (етештереүсәнлеге тәүлегенә 391 т тиклем). Металды айырып алыу өсөн амальгамалау, цианлау һ.б. технологиялар файҙаланыла (ҡара: Гидрометаллургия). 19 б. 30‑сы йй. башында Н.И.Варвинский амальгамалауҙы көкөрт кислотаһы м‑н бергә үткәреүҙе тәҡдим итә. 19 б. аҙ. ҙур П.һ.р. электрлаштырыла, пневматик быраулау, һибелмә ятҡылыҡтарҙа драга м‑н сығарыу индерелә. Граждандар һуғышы йылдарында П.һ.р. башлыса емерелә, 20 б. 20‑се йй. уртаһында уларҙы яңынан тергеҙеү һәм реконструкциялау башлана. Шулай уҡ ҡара: Алтын табыу сәнәғәте, Тау сәнәғәте.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика