ПРИБОРҘАР ЭШЛӘҮ, үлсәү, иҫәпләү, контролдә тотоу, автоматлаштырыу сараларын һәм идара итеү системаларын етештергән машиналар эшләү тармағы; фән һәм техника өлкәһе. Башҡортостанда авиация, автомобиль, геофизик П.э. м-н күрһәтелгән.

Авиация П.э. 1941 й. Өфөгә поршенлы авиация двигателдәре өсөн ҡабыҙыу системалары сығарыу б-са 161-се Дәүләт союз з-ды (ҡара: “Молния” һәм Өфө агрегат производство берекмәһе) эвакуацияланғандан һуң үҫешә башлай. 50-се йй. з-д ш. уҡ авиация газ турбиналы двигателдәре өсөн автоматик контролдә тотоу һәм идара итеүҙең электрон системалары, электрон автоматика агрегаттары, статик ток һәм көсөргәнеш үҙгәрткестәре һ.б., 2004 й. алып газ турбиналы двигателдәр өсөн плазмалы ҡабыҙыу системалары етештергән. 1956 й. 40-сы почта йәшнигенең уҡлы авиация һәм электрон автоматика приборҙарын сығарыу б-са махсус авиация приборҙары эшләү з-ды сафҡа индерелә (ҡара: Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе), 1962 й. башлап “Космос” серияһындағы спутниктар, оҙаҡ ваҡытҡа иҫәпләнгән “Салют” орбиталь станцияһы, “Восход”, “Союз”, “Прогресс” транспорт һәм йөк караптары өсөн приборҙар, 1964 й. алып самолёттар өсөн борт иҫәпләү машиналары, вертолёттар өсөн автопилоттар, 1976 й. – навигация комплекстары етештерә. 1982–85 йй. “Мир” йыһан станцияһы өсөн, 1997–2000 йй. халыҡ-ара йыһан станцияһы өсөн борт аппаратураһы комплекты эшләнә.

Геофизик П.э. 1950 й. скважиналар өсөн геофизик приборҙар һәм ҡорамалдар сығарыу б-са геофизик приборҙар эшләү заводы төҙөлә башлағандан һуң үҫеш ала (ҡара: “Геофизприбор”). Респ. геофизик эштәрҙе үткәреү өсөн күтәргестәр етештергән Туймазы геофизика йыһаздары һәм аппараттары заводы; скважиналарҙы геофизик тикшереү, быраулау, нефть һәм газ сығарыу һ.б. өсөн аппаратура һәм ҡорамалдар етештергән Бөтә союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ (ҡара: “Геофизика”); сейсмоприёмниктар, ҡорамалдарҙы тикшергән телеметрик кабель секциялары етештергән “Ойо-Гео Импульс Интернэшнл” берлектәге предприятие (1990 й. “Геофизприбор” з-ды базаһында барлыҡҡа килгән) эшләй.

Автомобиль П.э. үҫеше 1971 й. Октябрьский ҡ. РФ-тың автомобиль, трактор һәм комбайн з-дтары өсөн электротехник ҡорамалдар сығарыу б-са “Автоприбор” з-ды сафҡа индерелгәндән һуң башлана (ҡара: “Автокомплект”).

1980–90-сы йй. оптик П.э. үҫешә (ҡара: Салауат оптика-механика заводы). 2004 й. тармаҡта 40 пр-тие һәм производство була, уларҙың өлөшөнә машиналар эшләү производствоһы күләменең 2,2%-ы тура килә. Авиация П.э. фәнни эштәрҙе Өфөләге “Молния” ҒПП, ӨАПБ ҡарамағындағы тәжрибә КБ, ӨПЭПБ; геофизик П.э. – Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект-конструкторлыҡ ин-ты, “Геофизика” алып бара. П.э. өлкәһендәге белгестәр Авиация техник университетында әҙерләнә.

Е.А.Новиков

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика