ПРЕДПРИЯТИЕ, табыш алыу маҡсатында продукция етештереү, эштәр башҡарыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн ойошторолған үҙ аллы хужалыҡ иткән субъект; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу өсөн ҡулланылған милек комплексы. Ҡағиҙә булараҡ, юридик шәхес булып тора. П. һатыу‑алыу, залог, ҡуртым һ.б. килешеү объекты булырға мөмкин. Милек формаһы б‑са — дәүләт, муниц., шәхси, ҡатнаш (ш. иҫ. сит ил капиталы ҡатнашлығында), кооператив П. һ.б.; ойоштороу маҡсаты б‑са – коммерция һәм коммерцияға ҡарамаған; эшмәкәрлеге б‑са – күп профилле һәм махсус; хеҙм‑рҙәр һаны һәм әйләнеше б‑са эре, уртаса һәм бәләкәй предприятиелар була. Коммерция П. хужалыҡ ширҡәттәре һәм йәмғиәттәре (ЯСЙ, АЙ), етештереү кооперативтары һәм унитар пр‑тиелар формаһында ойошторола ала. ЯСЙ‑ның устав капиталы – ҡатнашыусылар вклады иҫәбенә, акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталы акциялар һатыу иҫәбенә барлыҡҡа килә. Федераль милек м‑н оператив идара итеү хоҡуғында – ФДУП, дәүләт милке м‑н хужалыҡ итеү хоҡуғында – ДУП, муниц. милек м‑н хужалыҡ итеү хоҡуғында МУП ойошторола. Унитар П. милке бүленмәй. Рәсәйҙә 20 б. 90‑сы йй. башына тиклем — дәүләт милке формаһындағы П., колхоздар, совхоздар һәм ҡулланыусылар кооперацияһы П., етештереү кооперативтары, ҡуртым предприятиелары, 90‑сы йй. башынан хосуси предприятиелар таралған була. Башҡортостанда 1990 й. – 7 мең П., 1992 – 20, 2001 – 58; 2007 – 78,4 мең П. иҫәпләнә, ш. иҫ. дәүләт П. – 3,4, муниц. – 9,7, ҡатнаш – 1,9, шәхси – 56,6 мең, ҡулланыусылар кооперацияһы – 0,3, йәмәғәт берекмәләре – 5,7, сит ил һәм сит илдәр ҡатнашлығында ҡатнаш П. – 0,8 мең.

Ф.С.Исхаҡова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Яндекс.Метрика