ПРАГА ЯРУСЫ (Прага ҡ. исеменән), девондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Лохков ярусында ята, эмсский ярусы м‑н ҡаплана. И.Хлупач тарафынан Чехияла айырып күрһәтелә (1958). Көньяҡ Уралда П.я. тәүге тапҡыр А.П.Тяжёва һ.б. тарафынан 1976 й. Ырғыҙлы й. буйы киҫелештәрендә, Тютюлень й. (икеһе лә — Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) тамағында тасуирлана. Ултырмалары һоро һәм асыҡ һоро төҫтәге рифоген эзбизташтарынан ғибәрәт, мәрйен, брахиопод, ылымыҡ ҡалдыҡтары бар, ҡалынлығы 600—700 м. Боронғо риф массивтарынан (йәше 411,2—407 млн йыл) торған һәм Белорет ҡ. алып Бөрйән р‑ны Ырғыҙлы а. тиклем һуҙылған Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдыҡтарының ҡаялы ярҙарын ҡаплай.

В.А.Маслов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика