ПОЧТА ЭЛЕМТӘҺЕ, почта, элемтә төрө, башлыса транспорт сараларын файҙаланып почта аша ебәрелгән нәмәләрҙе (яҙма корреспонденция, ваҡытлы баҫмалар, аҡса күсереү, бандероль, посылка) ҡабул итеү һәм тапшырыу м-н шөғөлләнә.

Башҡортостанда 1735 й. Өфө провинцияһында Сенат ҡарарына ярашлы Ырымбур экспедицияһын (1734–44 йй.) элемтә м-н тәьмин итеү өсөн почта станциялары (ямдар) ойошторола. Ырымбур губернаһында 18 б. 40-сы йй. 15 эре почта тракты иҫәпләнә (ҡара: Юлдар). Башҡорттар һәм мишәрҙәргә почта йөкләмәһе тапшырыла (1834 й. алып аҡса йыйымы). Беренсе ҡаҙна почтаһы хәрби һәм адм. ведомстволарҙы, һуңыраҡ шәхси кешеләрҙе хеҙмәтләндерә. 19 б. 20-се йй. Ырымбур трактында күсмә почта, 1842 й. экстра-почта, 70-се йй. земство почтаһы (1917 й. тиклем эшләгән) барлыҡҡа килә. 1890 й. Бәләбәй өйәҙенең земство почтаһы үҙенең почта маркаһын сығара. 19 б. аҙ. почтаны ташыу өсөн тимер юл транспорты һәм йылға транспорты ҡулланыла башлай. 1900 й. т. юл станцияларында почта-телеграф бүлектәре асыла. Почта хеҙмәте хәрби хеҙмәткә тиңләштерелә; почтальондар ант итәләр, махсус форма кейәләр, почта фургондарын һаҡлау өсөн ҡорал йөрөтәләр. 20 б. башында тәүге тапҡыр Өфөлә хат йыйыу өсөн почта йәшниктәре ҡуйыла, 20-се йй. уртаһында – ауыл ерендә. 1910 й. Өфө губернаһында 70 почта учреждениеһы иҫәпләнә, 1921 й. – 88. 1920 й. Баш. почта һәм телеграф идаралығы ойошторола, 1933 й. – авиапочта, 1936 й. Элемтә йорто (ҡара: Өфө почтамты) төҙөлә. 30-сы йй. ведомство һәм колхоздың егеүле транспорт, автомобиль транспорты һәм һауа транспорты м-н файҙалана. 1933 й. ҡарай П.э. бөтә ауыл советтарында була. 60-сы йй. аҙ. махсус почта автомобилдәре, 70-се йй. алып автоматлаштырылған хат айырыу линиялары ҡулланыла. БР Федераль почта элемтәһе идаралығы эшләй (1995 й.), уның составында 32 почтамт, 1278 стационар бүлек, 22 элемтә пункты, автобаза (2008). 80-гә яҡын хеҙмәт төрө күрһәтелә, ш. иҫ. экспресс-почта, түләүҙәр ҡабул итеү, аҡса күсереү, пенсияларҙы һәм пособиеларҙы өйгә алып барыу, интернет-элемтә һ.б.

Әҙәб.: Аюпов Р.А., Дусалимов А.Т. Мчится тройка почтовая…: Почтовая связь в Башкортостане. Уфа, 2000.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Яндекс.Метрика