ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта составлы палеотип эффузив тау тоҡомдарының дөйөм атамаһы. Химик составы б‑са базальтлы, андезит‑базальтлы, андезитлы П., порфир бүленделәренең минераль составы б‑са плагиоклазлы, пироксен‑плагиоклазлы, плагиоклаз‑мөгөҙ обманкалы П. айырыла. П. ш. уҡ урта һәм һелтеле магматик тоҡомдарҙың юлаҡ есемдәре инә. Йөҙләү ташы, биҙәү ташы булараҡ һәм ваҡ таш етештереүҙә ҡулланыла. П. Магнитогорск мегасинклинорийының ордовик‑девон вулкан ҡатламдарында тупланған. БР‑ҙа П. сығанаҡтары һәм ятҡылыҡтары бик күп, иң ҙуры — Абҙаҡ төҙөлөш таштары ятҡылығы. Ваҡ таш, минераль мамыҡ һ.б. төҙөлөш материалдары етештереү өсөн асылған баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары өйөмөндәге базальтлы П. перспективалы һанала. Иҫән ятҡылығының (Баймаҡ р‑ны) сағыу ал‑ҡыҙыл П., йәки “антик ҡыҙыл порфиры”, Эрмитаж бинаһын (С.‑Петербург) биҙәүҙә ҡулланылған.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Яндекс.Метрика