ПОКРОВКА РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Байҡыбаш районы, көнсығышта — Нуриман, көньяҡ‑көнбайышта — Благовещен һәм төньяҡ‑көнбайышта Мишкә р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Благовещен р‑нын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторолған (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы Өфө р‑ны, 1965 й. Благовещен р‑ны составына индерелгән. Майҙаны — 1135,2 км2. Район үҙәге — Фёдоровка а., 1938 й. авг. — Бедеева Поляна ауылы. Районда 10 ауыл советы, 85 ауыл торама пункты булған. Халҡы — 16,4 мең кеше (1959), күпселек урыҫтар йәшәгән. Иҡт. нигеҙен ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа, ҡош‑ҡорт үрсетеүгә, иген культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. Йылҡысылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. 24 колхоз (1962 й. — 6), совхоз (“Полянский”), 2 МТС, 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 2 урта мәктәп, 2 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы, амбулатория, 16 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 2 бала табыу йорто (Надеждин, Покровка аа.), мәҙәниәт һарайы, 2 ауыл клубы, 15 клуб учреждениеһы, район һәм 10 ауыл китапханаһы булған. “По Ленинскому пути” гәз. сыҡҡан.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика