ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Хәйбулла р‑ны Подольск а. эргәһендә урынлашҡан. 1970 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш итәгенә тура килә. Ҡарамалыташ свитаһының базальт һәм риодациттар бәйләнешендә ойошҡан мәғдәнләнеү олотау свитаһының ҡалын туф ҡатламы м‑н ҡапланған. П.б.к.я. мәғдән ҡырында әсе составлы экструзиялар бүленеү зоналары һәм гидротермаль үҙгәрешле майҙандар м‑н билдәләнгән меридиональ өҙөклөктәр системаһы күҙәтелә. Мәғдәнләнеү Һамар гравитация максимумының төньяҡ‑көнсығыш периферияһындағы ҡулса морфоструктураһы эсендә урынлашҡан. Юлаҡлы‑бөрсөклө һәм массив (баҡыр колчеданы, баҡыр‑цинк колчеданы, көкөрт колчеданы) мәғдәндәр 5 тотороҡло субгоризонталь ятыштан тора. Оҙонлоғо 300—1150 м, киңлеге 100—450 м, мәғдән есемдәренең ятыш тәрәнлеге 450—800 м. Баланс запастарының төп өлөшө ҡалынлығы 3—103 м (уртаса — 33,4 м) булған бер мәғдән есемендә тупланған. Төп мәғдән минералдары — пирит, мельниковит, сфалерит, халькопирит, икенсе дәрәжәләге минералдар — теннантит, марказит, галенит, куприт, арсенопирит, һирәктәре — борнит, ковеллин, халькозин, пирротин, германит, саф алтын, электрум, мәғдән яны метасоматик минералдар — кварц, серицит, хлорит, барит, кальцит, флюорит, клиноцоизит. Мәғдәндәрҙең типоморф элементтары — тимер, көкөрт, цинк, баҡыр, алтын, көмөш, барий, акцессор — ҡурғаш, молибден, кобальт, висмут, кадмий, аҡ ҡурғаш, зарарлы ҡушылмалар — фтор, мышаяҡ. Мәғдәндәр нәҙек һәм ваҡ бөртөклө, колломорфлы, минералдар бер‑береһе м-н ҡаплана. Ҡарамалыташ свитаһы эффузивтарындағы мәғдән өҫтө метасоматиттар составына көмөш, барий, баҡыр, цинк, мышаяҡ, ҡурғаш аномаль ореолдары м‑н серицит‑хлорит‑кварц, мәғдән аҫты метасоматиттарына — хлорит‑кварц (баҡыр һәм цинк миҡдары юғары, ҡалған элементтар — түбән кимәлдә) инә. Мәғдән яны тоҡомдарының йәше серицит б‑са калий‑аргон ысулы м‑н 360±10 млн йылға билдәләнә. Метасоматик зоналарҙың флангыларында ҡалынлығы 100 м тиклем булған кварц‑гематит ятыштары үҫешкән. Өҫтә күрһәтелгән элементтарҙың аномалиялары олотау свитаһы туфтарында сатнаған зоналар буйлап ер өҫтөнә тиклем күҙәтелә. Скатегориялы запасы 80778 мең т мәғдән тәшкил итә, көкөрт миҡдары — 40,16%, цинк — 2,97, баҡыр — 2,11, мышаяҡ — 0,1—0,15, ҡурғаш — 0,06—0,37, һөрмә — 0,01—0,074, кадмий 0,0008—0,0018%; көмөш 27,57 г/т, селен 24—45, теллур 21—45, фтор 11—18, индий 4—12, алтын 1,49 г/т (2007). П.б.к.я. янында Төньяҡ Подольск һәм Көнсығыш Подольск баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары урынлашҡан. П.б.к.я. асыуға Ю.А.Болотин, Ғ.Ю.Мәзитов, В.А.Прокин һ.б. ҙур өлөш индерә.

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика