ПОДЛИПСКИЙ Виктор Александрович (3.1.1913, Одесса ҡ. — 3.10. 1973, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Одесса граждандар һәм коммуналь төҙөлөш инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1938) Өфө һыу үткәреү‑канализация хужалығының производство идаралығында эшләй: 1939 й. алып бүлек нач., 1940 й. — техник етәксе, 1942 й. — баш инженер, бер үк ваҡытта 1953—60 йй. РСФСР‑ҙың Коммуналь хужалығы акад. терәк пунктында етәксе. П. етәкс. илдә тәүге тапҡыр һыуҙы контактлы тондороу ысулы, һыуҙы зарарһыҙландырыу б‑са бактерицид ҡулайлама (ҡеүәте 150— 200 м3/сәғ) индерелә (ҡара: Һыу таҙартыу). Уның ҡатнашлығында РСФСР‑ҙың Коммуналь хужалығы акад. системалы фильтрҙар, алюмин сульфаты һәм натрий гипохлориты етештереү өсөн ҡулайламалар эшләнгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1952). Ленин (1966), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Опыт применения новой техники на Уфимском водопроводе. М., 1956 (авторҙ.).

Г.А.Бурдыгин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Яндекс.Метрика