ПЛАТФОРМА ҠАПЛАМАҺЫ, платформаның өҫкө структур ҡаты, күбеһенсә плита тибындағы ултырма, ҡайһы берҙә үҙенсәлекле магматик формацияларҙан тора. Респ. сиктәрендә П.ҡ. Көнсығыш Европа платформаһының венд, палеозой, мезозой һәм кайнозой ултырмаларынан ғибәрәт. Венд ултырмалары киҫкен структур һәм стратиграфик ярашһыҙлыҡ м‑н башлыса аралаш структур ҡаттың рифей ҡатламдарында, Көньяҡ Татар көмбәҙенең көнсығыш битләүендә — кристалл нигеҙҙә ята. Венд киҫелешендә нефть һәм тәбиғи газдарҙы һыйҙыра алған ҡомташ‑алевролитлы 6 коллектор ҡатламы айырыла. Урта девонға тиклем һуҙылған ултырма тоҡомдар тупланыуҙағы тәнәфес венд ҡатламдарының өҫкө өлөшө йыуылыуға һәм өҫтөнөң пенепленизацияһына килтерә. Артабанғы көнбайыштағы һәм төньяҡтағы диңгеҙ трансгрессияһы барышында П.ҡ. палеозой формациялары туплана, улар девон, карбон һәм пермь ултырмаларынан тора, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын һыйҙыра. Палеозой киҫелешенең күпселек өлөшө карбонаттарҙан (88%), ҡалған өлөшө терриген ҡатламдарҙан һәм гипс‑ангидриттарҙан ғибәрәт. Углеводородтарҙың төп запасы девон һәм карбондың терриген тоҡомдарының ҡомташ‑алевролитлы коллектор ҡатламдарында тупланған. Литологик яҡтан яйлы горизонттарҙа нефть һәм газ ятҡылыҡтарының ойошоуы төрлө кимәлдәге пликатив һәм һынылыш дислокациялары, риф массивтары м‑н билдәләнә. Карбонатлы сеймал, таш тоҙ, битум, гипс, минераль һыу, иод‑бром иретмәләренең запастары күп, баҡырлы ҡомташ, саф көкөрт һ.б. сығанаҡтар билдәле. Кайнозойҙың башлыса континенталь ултырма тоҡом‑ дары П.ҡ. өҫкө өлөшөн ҡаплай, төҙөлөш материалдары, һоро күмер, торф һәм сөсө ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарын һыйҙыра.

Р.Х.Мәсәғүтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика