ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4, тығыҙлығы 4700 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел, магнитлы. Ғәҙәттә тотош ваҡ бөртөклө массалар һәм бөрсөктәр рәүешендә осрай. Магматик, метасоматик, гидротермаль процестарҙа барлыҡҡа килә, термаль метаморфизм шарттарында пиритты алмаштыра. Сульфидлы баҡыр‑никель мәғдәндәренең төп минералы, һирәк металл, полиметалл һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында киң үҫешкән. Көкөрт кислотаһын етештереүҙә ҡулланыла. БР‑ҙа П. Ивановка, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарында, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығында һ.б. таралған, пирит, халькопирит һәм сфалерит м‑н бергә осрай. Магнитогорск мегасинклинорийындағы Төйәләҫ синклиналенең баҡыр‑никель мәғдән сығанаҡтарына, Әүжән‑Белорет мәғдән районының алтын мәғдәне сығанаҡтарына хас минерал.

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика