ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай. Төҫө аҡ, һары һәм йәшел төҫмөрө бар. Тотоп ҡарауға П. майлы. Ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2700— 2900 кг/м3, йәбешкәклеге камил, һынылышы тигеҙ түгел. Дегидратация интервалы 420—900°С, көслө к‑та һәм һелтеләргә бирешмәй. 1100—1200°С т‑рала муллит һәм кристобалитҡа әйләнә, ҡатылығы 7—8‑гә тиклем арта. Гидротермаль‑метасоматик процестарҙа барлыҡҡа килә. Сәнәғәт минералы, талькты алмаштыра. Утҡа сыҙамлы материалдар, керамика етештереүҙә; тултырғыс сифатында — резина, ҡағыҙ, буяу, пластик массалар, инсектицидтар һ.б. әҙерләүҙә ҡулланыла. РФ‑та Уралда һәм Алыҫ Көнсығышта таралған. БР‑ҙа Күлйортау ятҡылығында (Баймаҡ р‑ны) мәғдәндәрҙең ябай пирофиллит‑кварцлы, һелтеле серицитлы, юғары глинозёмлы, ҙур әһәмиәтле пирофиллитлы, юғары тимерле сорттары бар; С1 ка‑ тегориялы запасы — 899,7 мең т, С2 категориялы — 10273,7 мең т. П. мәғдәне — төп тау тоҡомо, асылған ятҡылыҡ өйөмөндә 2 млн т ашыу пирофиллитлы икенсел кварциттар урынлашҡан. Ятҡылыҡ мәғдәненең онталған сорттары фасад, йөҙләү, эҫегә һәм к‑таға сыҙамлы плиткалар, санитар‑техник керамика, керамик кирбес, утҡа сыҙамлы материалдар, стенаға декоратив һәм һаҡлағыс ҡаплауҙар, маяҡ һәм һөрөм горелкалары етештереү, титан иретмәләрен оксидлау өсөн перспектив булып тора.

Әҙәб.: Ш а я х м е т о в У.Ш., М у с т а ф и н А . Г . , А м и р о в Р.А. Пирофиллит и материалы на его основе. М., 2007.

Ө.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика