ПЕРМЬ, п е р м ь с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың алтынсы хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 299,0±0,8 млн йыл, аҙағы — 251,0±0,4 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1841 й. Уралда Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә. Халыҡ‑ара стратиграфия шкалаһы б‑са 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: Урал яны, гвадалуп һәм лопинг. Уралда П. аҫҡы (әселе ярусы, һаҡмар ярусы, әртә ярусы, көңгөр ярусына бүленә) һәм өҫкө (өфө ярусы, ҡазан ярусы, татар ярусы) бүлектәргә айырыла. П. осоронда палеоконтиненттар субдукция һәм орогеник хәрәкәттәргә (бигерәк тә Урал‑Монгол йыйырсыҡлы системаһында көслө булған) бәйле Пангея суперконтинентына тулыһынса ҡушыла. Пангеяла бөтә климат бүлкәттәре хасил була. Хәҙ. төньяҡ ярымшарҙа тропик климат билдәләре Үҙәк һәм Көнбайыш Европала, арид климат (тоҙ һәм сульфат ҡатламдары м‑н) — Төньяҡ, Көнсығыш Европала, Көньяҡ һәм Урта Уралда, төньяҡ гумид климат (гигант күмерле бассейндар барлыҡҡа килеү м‑н) — Төньяҡ Уралда, Ҡаҙағстанда, Көньяҡ һәм Урта Себерҙә, Ҡытайҙа, арктик климат билдәләре Көнсығыш Себерҙә күҙәтелә. Тарҡалған Гондвананың хәҙ. көньяҡ ярымшарҙа таралған палеоконтиненттары өсөн һалҡын гумид һәм арктик климат, Көньяҡ полюсты уратҡан боҙ япмаһы хас. П. фаунаһы ҙур риф массивтарын төҙөгән һай диңгеҙ организмдарынан ғибәрәт: ылымыҡтар, болоттар, мәрйендәр, бүздәктәр; брахиоподтар, фораминиферҙар, ш. иҫ. фузулинидтар, киң таралған була. Умыртҡалылар араһында диңгеҙҙә — балыҡтар һәм акулалар, ҡоро ерҙә стегоцефалдар һ.б. эре амфибиялар һәм рептилиялар өҫтөнлөк итә. П. башында үҫемлектәр донъяһы башлыса абаға, ҡырҡбыуын һәм көкөрт үләндәренән тора, климат һыуына башлау м‑н улар өлөшләтә ылыҫ һәм гинкго флораһына алмашына; иң типик флора — глоссоптерис. П. аҙағында океандың киҫкен рәүештә һайығыуы сәбәпле, Ер тарихында организмдар ҙур һәләкәткә дусар була. Себерҙә, Ҡытайҙа трап базальттарының урғылыуы арҡаһында углекислый газдың күп айырылып сығыуы климаттың өҫтәмә үҙгәреүенә килтерә. Башҡортостандың платформалы өлөшөндә бөтә П. ярустарының ултырмалары үҫешкән, улар м‑н шихандарҙағы эзбизташ, тоҙ (Ишембай р‑нындағы Яр‑Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығы һ.б.), гипс (Стәрлетамаҡ р‑нындағы Һәләүек һ.б.), марганец (Иглин р‑нындағы Оло Теләк), нефть (Ишембай нефть ятҡылығы һ.б.), баҡырлы ҡомташ ятҡылыҡтары бәйле. Сиениттарҙың, монцониттарҙың ҡайһы бер интрузияларына П. йәше бирелгән, улар м‑н Учалы р‑нындағы алтын мәғдәне ятҡылыҡтары бәйле.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика