ПЕРВОМАЙСК ЗАКАЗНИГЫ, Ө ф ө  я й л а һ ы н д а ғ ы   ш ы р ш ы ‑ а ҡ ш ы р ш ы   у р м а н ы. 1968 й. киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы реликт урмандарҙы һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында ландшафт заказнигы булараҡ ойошторола. Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнсығышында БР‑ҙың Нуриман р‑ны м‑н Силәбе өлк. сигендә һәм өлөшләтә Ҡаратау һыртының итәгендә урынлашҡан. Майҙаны 1,7 мең га, яҡынса 70%‑ын урман ҡаплаған, 3%‑ы һаҙланған. П.з. сиктәрендә Яманйылға аға. Рельефы үҙәндәр м‑н йырғыланған, карст үҫешкән. Ландшафы плейстоценда барлыҡҡа килгән киң япраҡлы‑ҡара ылыҫлы тайга урмандарынан (аҡ шыршы, йүкә, ҡайын, шыршы) тора.

Э.П.Позднякова

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика