ПАШИН Сергей Тимофеевич [11.6.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡсб (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны)], тау инженеры. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2004), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (2000), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (2001). ӨНИ‑не тамамлаған (1975). 1968 й. алып “Аксаковнефть” НГДУ‑һында эшләй (1971 й. башлап участка нач.); 1972 й. алып Төмән өлк.: 1982 й. — “Уренгойгазпром” ПБ‑нда ген. дир. урынбаҫары, 1984 й. — “Ямбурггаздобыча” ген. директоры. 1987 й. башлап “Союзнефтеотдача” ҒПБ‑нда (Өфө), 1994 й. — “Ишимбайнефть” АЙ‑нда ген. дир. урынбаҫары, 2003–12 йй. — “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ‑ы ген. директоры. 1991 й. алып “Вьетсов‑петро” берлектәге пр‑тиеһының дир. урынбаҫары (Вьетнам), 1995 й. — “Топэнерджи” АЙ‑ның башҡарма директоры (Болгария). Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәтендә экология, иҡт. проблемаларына арналған. П. ҡатнашлығында ҡатламдарҙың нефть һәм газ биреүсәнлеген арттырыу технологиялары һәм техник саралары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән; газ транспорты объекттарын файҙаланыуҙың ышаныслылығын системалы арттырған “идара итеү хәүефе” концепцияһы булдырыла; 600‑ҙән ашыу пр‑тие м‑н идара итеү стандарты эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 3–4‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1980), Дуҫлыҡ (2007), 3‑сө дәрәжә преподопный Сергий Радонежский (2000) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Функционирование транснациональных компаний: организационно‑экономическое обеспечение. М., 2002; Управление предприятием в современной экономике: теория и практика: в 5 ч. Уфа, 2006–2007 (авторҙ.).

Р.Х.Хәзипов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

 

Яндекс.Метрика