ПАРФЮМЕРИЯ‑КОСМЕТИКА СӘНӘҒӘТЕ, парфюмерия‑косметика изделиелары, һабын, эфир майҙары, синтетик, ароматик матдәләр етеште‑ реү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. аҙ. “Чародейка” Өфө косметика ф‑каһы төҙөлөү м‑н үҫешә башлай. 90‑сы йй. башында “Авангард” ПБ‑нда лосьон‑дезодоранттар, крем‑желе, ҡул тиреһен тәрбиәләр өсөн “Әкиәт” средстволары, “Омелия” фирмаһында (1992) шампунь, бәлзәм, душ инеү өсөн гель, шыйыҡ һабын, ш. уҡ парфюмерия‑косметика продукцияһын фасовкалау өсөн полимер флакондар һ.б. етештерелә. Респ. тәбиғи продукттар һәм биол. актив компоненттар нигеҙендә косметика саралары сығарыу б‑са пр‑тиелар эшләй: “Прополис” ЯСЙ, “Жеспар-Биос” ҒПП ЯСЙ (1991), “Пропосан” ҒПБ ЯСЙ (1997) һ.б. 2004 й. аҙыҡ‑тәм сәнәғәте етештереү күләменең 0,2%‑ы П.‑к.с. өлөшөнә тура килә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

И.В.ЛаврешинаТәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Табл. Башҡортостан Республикаһында парфюмерия-косметика изделиелары етештереү, мең дана

 

1995

2000

2005

2007

Парфюмерия изделиелары, ш. иҫ. одеколон

176

229

1734

176

229

41

Косметика изделиелары, ш. иҫ. кремдар

декоратив косметика

17217

4217

307

1059

1902

441

199

787

2367

15

16

23

Сәс тәрбиәләү өсөн саралар, ш. иҫ. шампунь

8722

639

92

249

7336

537

23

Теш пастаһы

4751

409

 

 

 

Яндекс.Метрика