ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович (16.10.1936, Невель ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1989). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып ӨНИ‑лә; 1962 й. башлап ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1965 й. — өлкән мастер, 1967 й. — цех нач. урынбаҫары, 1968 й. — цех нач., 1976 й. — ген. дир. урынбаҫары, 1986 й. — ген. дир., 1998 й. — консультант, 2005 й. алып ген. дир. советнигы, бер үк ваҡытта 1988–2001 йй. ӨДАТУ‑ла машиналар һәм ҡойоу производствоһы технологиялары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге ҡойоу производствоһы технологияларын камиллаштырыуға арналған. П. етәкс. АЛ‑31СТ газ турбиналы двигателдәр, ҡаргиҙәрҙәр, “Урал” мотоблоктары сығарыла башлай; канюля етештереү цехы асыла. 15‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. СССР МС‑ы (1991), Н.Е.Жуковский ис. (1994) пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1994), “Почёт Билдәһе” (1980), Дуҫлыҡ (1995) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Яндекс.Метрика