ПАНКРЕАТИТ (гр. paјnkreas — ашҡаҙан аҫты биҙе), ашҡаҙан аҫты биҙенең шешеүе. Киҫкен П. (КП) һәм хроник П. (ХП) айырыла. Сәбәптәре: бауырҙан тыштағы үт сығарыу юлдары ауырыуҙары; токсиндар, алкоголь һәм уның суррогаттары тәьҫире, травмалар һ.б. КП төп клиник сағылышы — уратып көслө эс ауыртыу, ҡоҫоу һәм метеоризм, ХП — диспепсия билдәләре, оло ярау боҙолоуы. Диагностика өсөн клиник, лаб. һәм инструменталь (ультрасонография, эндоскопия, компьютер һәм магнит‑резонанс томографияһы) тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз, хирургик, диетотерапия һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә П. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2004 й.— 621,5; 2006 — 1324,4; 2008 — 1485,2 кеше. Медицина университетында  КП ауыр формаһы булғанда мультиорган дисфункция синдромының патогенезы, структураһы (И.Х.Ишмөхәмәтов, И.И.Лотфрахманов, П.И.Миронов, В.М. Тимербулатов), абдоминаль сепсис үҫешенең күҙаллау факторҙары өйрәнелә (В.В.Викторов, Т.В.Викторова һ.б.), КП ауырлығын һәм өҙлөгөүен күҙаллау ысулдары эшләнә (Ә.К.Имаева, Т.И.Мостафин, В.М.Тимербулатов, М.В.Тимербулатов). КП диагностикаһының һәм дауалауҙың эндоскопик һәм рентгенографик ысулдары (А.Н. Шәрәфетдинов), ш. иҫ. уның деструктив (В.Г.Верзаков, Р.М.Ғарипов, В.М.Тимербулатов) һәм инфицирланған (А.Ф.Власов, Ә.Ш. Заһретдинов, М.Һ.Ҡунафин, Һ.Н.Хунафин) формалары, камиллаштырыла. Дауалауҙың эндоскопик (Г.А.Абдуллина, О.В.Ғәлимов), миниинвазив (И.А. Закиров), озон‑ультратауышлы (М.Ә. Ғәлиев, М.Ә.Нартайлаҡов) ысулдары эшләнә; КП деструктив өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү өсөн лазер (Ҡунафин, Р.А.Хөсәйенов) һәм ауырыуҙарҙа гемодинамика боҙолоуын коррекциялау өсөн верапамил ҡулланыу һөҙөмтәлелеге өйрәнелә (Р.Ә.Дәүләтшин, К.М. Лапин). ХП ауырыуы булған сирлеләрҙең, ш. иҫ. оло йәштәгеләрҙең (А.Х.Ғәзимов), клиник‑биохимик, иммунологик күрһәткестәре тикшерелә (Г.М.Асҡарова, Т.И.Верёвкина, Г.М. Ғәлина, З.Ш.Садиҡова); ХП иммуногенезында цитокиндарҙың роле асыҡлана (Л.П.Фәйезова). ХП консерватив (Верёвкина, Фәйезова), ш. иҫ. дарыу үҫемлектәрен ҡулланып (Э.Р.Вәлитова, Т.И.Плеханова), һәм хирургик, ш. иҫ. билиар килеп сығышлыһын, дауалау ысулдары камиллаштырыла (Р.З.Латипов, В.В.Плечев).

Әҙәб.: Острый деструктивный панкреатит /В.М.Тимербулатов [и др.]. Элиста, 2008.

М.Һ.Ҡунафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Яндекс.Метрика