ПАЛЕОЗОЙ (палео... һәм гр. zōē — тормош), п а л е о з о й  э р а т е м а һ ы, п а л е о з о й  э р а һ ы, фанерозойҙың аҫҡы бүлексәһе. Эраның башы — 542 млн йыл, тамамланыуы — 251 млн йыл. 1838 й. А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Кембрий, ордовик, силур, девон, ташкүмер (карбон) һәм пермь системаларына (осорҙар) бүленә. П. башында палеоконтиненттар күп була: Гондвана (иң ҙуры), Лаврентия, Балтика, Сибирия, Казахстания һ.б. Палеоконтиненттарҙың йөҙөүе уларҙың бәрелешенә һәм ҙурайыуына килтерә; ҡоро ер массивтарының үҫеше утрау дуғаларын, микроконтиненттарҙы бүлеү иҫәбенә бара, тауҙар һәм йыйырсыҡтар хасил була. П. аҙағында был процестар Протопацифик (Панталасса) палеоокеаны м‑н ура‑ тылған Пангея суперконтинентын барлыҡҡа килтерә. П. дауамында органик донъя әкренләп ҡоролоҡто үҙләштерә, ҡыҫҡа геол. ваҡыт эсендә хайуандар донъяһы төркөмө күбәйә. Тәүге тапҡыр һөлдәле формалар һәм умыртҡалылар, үҫемлектәр араһында — споралылар һәм ылыҫлылар барлыҡҡа килә. Эраның аҙағына хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының күбеһе юҡҡа сыға, диңгеҙ хайуандары араһында 90% тиерлек төр юғала. П. ултырмалары башлыса балсыҡ, эзбизташ, доломит, мергель, ҡомташ, таш күмер һәм һоро күмерҙән тора; боҙлоҡ ҡатламдары була. Башҡортостанда бөтә П. системаларының, үҫешеп етмәгән кембрийҙан башҡа, ултырмалары һәм магмалы тау тоҡомдары киң таралған. П. респ. эндоген файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарының күпселек өлөшө барлыҡҡа килә, П. ҡатламдарында бөтә билдәле нефть ятҡылыҡтары туплана.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика