ПАЛЕОГЕН (палео... һәм ...генез), п а л е о г е н  с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың беренсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 65, тамамланыуы — 23±1 млн йыл. 1866 й. Науманн тарафынан айырып күрһәтелә. 3 бүлектән (дәүерҙән) тора: аҫҡыһы — палеоцен, уртансыһы — эоцен һәм өҫкөһө — олигоцен. БР терр‑яһында П. ултырмалары фрагменттар рәүешендә күҙәтелә. Урта һәм һуң палеоценда Урал алдында диңгеҙ ҡултығы була, унда балсыҡлы‑саҡматашлы ултырма тоҡомдар — фосфорит төйөрлө опока, йәшкелт һоро балсыҡ һәм глауконитлы ҡом, ҡырсынташлыҡ туплана бара. Аҫҡы һәм урта эоцендың аҫҡы өлөшө ҡатламдары диңгеҙҙә барлыҡҡа килә; урта эоцендың аҙағынан һәм олигоценда Урал алдының континенталь үҫеш дәүере башлана, ултырмалар күлдәге аҡ һәм асыҡ һоро кварцлы ҡомдарҙан, ҡырсынташлыҡтың (кварц һәм саҡ‑ маташ) линзалары һәм ҡатламдарынан ғибәрәт. П. бөтә бүлектәренән торған ултырмалар Урал аръяғының көнсығыш өлөшөндә киң таралған. Глауконит‑кварцлы ҡом һәм алевролит ҡатламдары булған һоро‑ҡара гидрослюда‑монтмориллонитлы балсыҡтан торған талица свитаһы урта—өҫкө палеоценға теркәлгән. Урта бүлеккә диңгеҙ, һирәгерәк континенталь ултырмаларҙан торған серов, ирбит, саҡсауыл һәм чеган свиталары инә. Өҫкө бүлек дөйөм ҡалынлығы 16— 50 м булған ҡуртамыш, чаграй һәм наурзум свиталарының континенталь һәм диңгеҙ ҡатламдарынан ғибәрәт. П. ултырмаларына төҙөлөш материалдары, утҡа сыҙамлы балсыҡ, опока, кварцлы ҡом, алтын ятҡылыҡтары тура килә.

Г.Ә.Данукалова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Яндекс.Метрика