ПАЛАТНИКОВ Александр Самойлович (11.12.1923, Мәскәү — 29.11. 2007, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983), почётлы авиатөҙөүсе (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү авиация технологиялары ин‑тын тамамлағандан һуң (1952) Мәскәү, Клин, Арсеньев ҡҡ. эшләй. 1966 й. алып Күмертау авиация ПБ‑нда: баш инженер, 1967 й. — ген. дир.; 1987–2007 йй. “Камов” ААЙ‑нда (Люберцы ҡ.). П. етәкс. пр‑тие авиация техникаһы эшләүгә яңы йүнәлеш алған, вертолёттар (Ка‑26, Ка‑27, Ка‑28, Ка‑29, Ка‑32 һ.б.), пилотһыҙ (ш. иҫ. “Рейс” самолёты), десантлы һ.б. авиация техникаһын етештереү үҙләштерелгән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1978). Ленин (1982), Окт. Революцияһы (1976), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Яндекс.Метрика