АУЫЛ СОВЕТЫ, сельсовет, 1) совет власының беренсел башҡарма органы; 2) РФ‑та административ-территориаль ҡоролош берәмеге. Тәүге А.с. системаһы 1918 й. РСФСР Конституцияһы м‑н нығытылған. Структураһы һәм эшмәкәрлеге ҡануниәт тарафынан көйләнә. А.с. ойошторолғанда ҙур ауыл торама пункты йәки бәләкәй торама пункттар төркөмө (уларҙың береһе — адм., мәҙәни‑көнкүреш һәм сауҙа үҙәге) булыуы, уның транспорт үтемлеге, коммуналь һәм соц.‑мәҙәни инфраструктураһын ойоштороу мөмкинлеге иҫәпкә алына. 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән терр‑яла ойошторолоуы мөмкин. А.с. хужалыҡ иҫәбен, гражданлыҡ хәле акттары яҙыуын үҙ эсенә алған халыҡтың беренсел иҫәбе алып барыла. Башҡортостанда 1930 й. — 1204 А.с., 1952 — 1231, 1969 — 821, 1972 — 834, 1981 — 847, 2002 й. — 945 А.с. иҫәпләнгән. Улар 4586 ауыл биләмәһен үҙ эсенә алған. 1954—60 йй. адм. реформалар, бәләкәй колхоздарҙы ҙурайтыу һәм яңы совхоздар булдырыу һөҙөмтәһендә, 450 А.с. бөтөрөлә, ҡайһы берҙәренең исеме үҙгәртелә. БР‑ҙың һәм РФ‑тың урындағы үҙидара т‑дағы закондарына ярашлы, А.с. ауыл биләмәләре муниц. берәмектәргә үҙгәртеп ҡорола. Шулай уҡ ҡара: Урындағы идара.

К.И.Әһлиуллина

Тәрж. Р.М.Шәрипова