ПАВЛОВКА ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Өфө йылғаһында, БР‑ҙа иң ҙур һыуһаҡлағыс. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Нуриман р‑ны Павловка а. эргәһендә йылға тамағынан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 47100,0 км2 (йылға басс. 89%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 10740,0 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 1411,0 млн м3, файҙалы күләме — 952,0 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 115,9 км2, оҙонлоғо 150,0 км, уртаса киңлеге 0,8 км (макс. 1,75 км), уртаса тәрәнлеге 12,2 м (макс. 35,0 м). Гидроузел составы: тупраҡтан өйөп һалынған, өлөшләтә йыуҙыртып төҙөлгән плотина (оҙонлоғо 629 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 7,5 м, макс. бейеклеге 41,3 м); Павловка ГЭС‑ы, һыу ағыҙғыс (оҙонлоғо 103 м, киңлектәре 16 м булған 4 тороҡ); суднолар йөрөү өсөн бер камералы тимер‑бетон һыу ебәргес шлюз (камераның оҙонлоғо 120 м, киңлеге 15 м, тупһа эргәһендәге тәрәнлеге 17,5 м). Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: электр энергияһын эшләп сығарыу, ағымды миҙгелле көйләү, һыу менән тәьмин итеү. Шулай уҡ рекреация, балыҡ үрсетеү өсөн файҙаланыла. 1959 й. төҙөлгән.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Яндекс.Метрика