ПАВЛОВКА БАЛАЛАР ШИФАХАНАҺЫ. Иглин т. юл ст. 90 км алыҫлыҡта Нуриман р‑ны Павловка а. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра ‑14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 1955 й. туберкулёз м‑н ауырыған балаларҙы, 2005 й. алып тын юлдары һәм аш һеңдереү системаларын дауалау өсөн асыла. 4—12 йәшлек балаларҙы дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана йыл әйләнәһенә эшләй, 125 урынға иҫәпләнгән (2013). Төп дауалау факторҙары: климат, “Красноусол” минераль һыуы һәм сапропель ләме. Бальнеотерапия, ләм м‑н дауалау, диетотерапия, энә‑рефлекс терапияһы, дауалау массажы, дауалау физкультураһы, терренкур, физиотерапия, фитотерапия һ.б. ҡулланыла.

Илл.: Павловка балалар шифаханаһы. Төп корпус

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Яндекс.Метрика