ПАВЛОВ Леонид Ильич (3.8.1910, Ярославль ҡ. — 26.3.1977, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. ӨАИ‑ны (1955) тамамлаған. 1929 й. алып Рыбинск ҡ. эшләй. 1941 й. башлап ӨМЭЗ‑дә: цех нач. урынбаҫары, 1946 й. — цех нач.; 1957–74 йй. Өфө “Гидравлика” агрегат берекмәһендә директор. 1941 й. Өфөгә 26‑сы механика з‑дын эвакуациялап, уның яңынан эшләй башлауын тәьмин итә (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе); хәрби техника төҙөүҙә, бер нисә авиация двигателдәрен етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша. П. етәкс. “Гидравлика” берекмәһендә тутыҡмай торған ҡоростан һығылмалы герметик үткәргес торбалар, аэрокосмик техникаға ҡатмарлы гидравлик, яғыулыҡ, һауа фильтрҙары; борттағы электр селтәрен артыҡ көсөргәнештән һаҡлау автоматтары (СССР‑ҙа тәүге тапҡыр) һ.б. етештере¢ ойошторолған; соц.‑көнкүреш һәм мәҙәни тәғәйенләнешле объекттар төҙөлгән. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика