ПРОИЗВОДСТВОНЫ КОМБИНАЦИЯЛАУ, бер-береһе м-н техник, иҡтисади һәм ойоштороу яғынан тығыҙ бәйле булған, бер урында урынлашҡан производстволарҙың берҙәм комплексын булдырыуға нигеҙләнгән производствоны концентрациялауҙың формаһы. Вертикаль (продуктты эшкәртеүҙең бер-бер артлы стадиялары берләшеүенә нигеҙләнә), горизонталь (сеймалды комплекслы файҙаланыу нигеҙендә) һәм ҡатнаш (вертикаль һәм горизонталь П.к. берләшмәһе) П.к. айырыла. Производствоның һөҙөмтәле булыуын арттырыуға, етештереү көстәрен рациональ урынлаштырыуға һәм территориаль-производство комплексын үҫтереүгә булышлыҡ итә; кооперация һәм производствоны махсуслаштырыу м-н тығыҙ бәйле. Етештереү факторҙары хаҡын бер үк ваҡытта технологик яҡтан бер‑береһенә бәйле булған производстволарға индереү продукцияның үҙҡиммәте кәмеүенә алып килә. П.к. ваҡытында производство процестарының өҙөлмәүе етештереү циклының оҙайлығын кәметә, комбинацияланмаған производстволар м-н сағыштырғанда продукция сығарыуҙы арттыра. Башҡ-н пр-тиеларында П.к. баҙар конъюнктураһы иҫәбе м-н ҡулланыла. Мәҫәлән, ААЙ араһында вертикаль П.к. – “Уфаоргсинтез” пр-тиеһына; горизонталь П.к. – “Уфанефтехим”, Өфө нефть эшкәртеү заводына, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводына; ҡатнаш П.к. Белорет металлургия з-дына, “Газпром нефтехим Салауат” пр-тиеһына хас.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Яндекс.Метрика