СЫМЛЫ ЭЛЕМТӘ, мәғлүмәт сымдар б-са электромагнит тирбәлеүҙәр ярҙамында тапшырылған электр элемтә төрө. Элемтә кабелдәренең баҡыр сымдары (атмосфера тәьҫиренә әҙерәк бирешә), һирәгерәк баҡыр йәки биметалл сымдар (үткәреүсәнлеге насар) буйлап тормошҡа ашырыла. Алыҫ аралығы (ҡала-ара; кабелдәр ер аҫтында 0,9–1,2 м тәрәнлектә һалына) һәм урындағы (торама пункттар эсендә; канализация ҡоролмалары буйлап) С.э. айырыла. Мәғлүмәтте тамға йәки хәреф һәм цифрҙар (телеграф элемтәһе), тауыш мәғлүмәте (телефон элемтәһе), һүрәттәр (факсимиль элемтә), ш. уҡ телевидение һәм радио тапшырыуҙар программалары рәүешендә тапшырыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. Мәскәү–Хабаровск магистраль элемтә линияһының бер өлөшөн тәшкил иткән тәүге Абдулла–Аксаков–Раевка–Дим–Иглин–Оло Теләк; 40-сы йй. – Өфө–Архангел–Йөйәк–Инйәр–Белорет–Магнитогорск (телеграф элемтәһе генә) һәм Өфө–Шишмә–Туймазы–Бөгөлмә–Ҡазан һауа линияһы төҙөлә. 40-сы йй. аҙ. йышлығы б-са тығыҙланған өс каналы булған лампалы тапшырыу системаһы индерелә. 1949 й. Өфөлә Үҙәк телеграфты Мәскәү–Хабаровск магистраль линияһы м-н тоташтырған яҡынса 9 км оҙонлоҡтағы тәүге С.э. кабель линияһы төҙөлә. 70-се йй. уртаһынан алып баҡыр сымлы элемтә кабелдәре булған С.э. үҫешә, 90-сы йй. аҙ. ҡала-ара элемтәһендә уларҙың дөйөм оҙонлоғо яҡынса 3,5 мең км тәшкил итә. 30-сы йй. башлап ҡала-ара элемтәне ойошторор өсөн башлыса С.э. һауа линиялары файҙаланыла (дөйөм оҙонлоғо яҡынса 10 мең км), 80-се йй. алып улар ҡыҫҡартыла (2008 й. яҡынса 260 км), респ. юлһыҙ райондарында ғына (Иҫке Собханғол–Үрге Әүжән–Ҡолғона–Маҡар–Петровский–Стәрлетамаҡ, Иглин–Урман, Иглин–Красная Горка) һаҡланып ҡала. “Промсвязь” пр-тиеһында 1992–2004 йй. телефон линияларын тығыҙлау аппараттары “АЦУ-4/1”, “АЦС” сериялы етештерелә; 2004 й. алып элемтә ҡорамалдарын электр энергияһы м-н өҙөклөкһөҙ тәьмин итеү өсөн УЭПС-2К ҡулайламаһын, кабель телевидениеһы шкафтарын һауа шарттары тәьҫиренән һәм рөхсәтһеҙ инеүҙән һаҡлау ҡорамалдарын етештереү үҙләштерелгән.

И.Х.Ғәлиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика