СЫЛБЫРЛЫ ТӘГӘРМӘСЛЕ МАШИНАЛАР, үтеүе ҡыйын урында йөк ташыу һәм тартыу функцияларын башҡарған техника төрө. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са махсус С.т.м. (хәрби десант машиналары, хәрби пехота машиналары, бронетранспортёрҙар, танкылар), транспортёр-тартҡыстарға һәм күп маҡсат м-н файҙаланылған транспортёрҙарға (конструкцияһына ҡарап бер һәм ике звенолыларға айырыла) бүленә; ауырлыҡ категорияһы (6–32 т), йөк күтәрә алыуы (1,5–30 т), буксирланған тағылманың ауырлығы (2,5–15 т) б-са айырыла. С.т.м. конструкцияһының үҙенсәлектәре булып индивидуаль торсионлы йәки гидропневматик аҫылма, резиналанған йәки тулыһынса резинанан яһалған таяныу катоктары, киң сылбырлы аҫылмаһы булған йөрөткөс өлөшө булыу; гидродинамик трансмиссияны файҙаланыу; герметик корпус; боролғанда юғары уртаса хәрәкәт тиҙлеген һәм манёврлыҡты тәьмин иткән борт тапшырыу коробкаһы тора. С.т.м. тағылманың йөкләмә ҡиммәттәре юғары булғанда сағыштырмаса йөк күтәреүсе юғары, макс. (70 км тиклем) һәм уртаса (25 км тиклем) хәрәкәт тиҙлектәре юғары, сағыштырма ҡеүәте юғары (25 ат көсө/т), тупраҡҡа сағыштырма баҫымы түбән (0,3 кг/см3 тиклем), йөҙә ала, үтә ала юғары. Ҡорал монтажлау, технологик ҡорамалдар (кран, экскаватор, манипуляторҙар һ.б.), махсус тәғәйенләнешле машиналар (ашығыс медицина ярҙамы, янғын һүндереү, ғәҙәттән тыш, авария хәлдәре эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән машина комплекстары) һ.б. өсөн база шассиһы сифатында файҙаланыла. 20 б. 80-се йй. башынан “Витязь” ААЙ-нда “Витязь” төркөмөнә ҡараған йөҙә алған һәм йөҙә алмаған ике звенолы транспортёрҙарҙың төрлө модификациялары (авария ҡотҡарыу, ремонтлау, транспорт-технология комплекстары, оҙон үлсәмле йөктәрҙе ташыу өсөн) сығарыла.

И.И.Ғәбитов, В.К.Микалуцкий

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика