СЫРЧИНА Нэлли Михайловна (23.12.1941, Өфө), спортсы. Парашют спорты б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1962). ӨАИ‑ны тамамлаған (1973). ДОСААФ авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө, тренерҙары М.С.Ғәлиәкбәров, С.А.Домрачев, В.А.Станкевич). РСФСР (1962) һәм СССР (1964) ДОСААФ‑ы чемп., Румынияла (1963) һәм “Одраның күк таҫмаһы” (Польша, 1973) халыҡ‑ара ярыштары еңеүсеһе. Парашют м‑н төнгө шәхси һикереүҙә (1972), төркөмләп төнгө һикереүҙә (1970, 1972) һәм төркөмләп билдәләнгән урынға дөрөҫ һикереүҙә (1963, 1978) донъя рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1963–64).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика