АСЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Асы а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 151 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 810 кеше; 1920 — 708; 1939 — 693; 1959 — 693; 1989 — 591; 2002 — 621; 2010 — 818 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Мөбәрәков А. музейы бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Асина тип йөрөтөлгән. 1795 й. 28 йортта 168 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 361 кеше. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, игенселек, һатыуға ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. А. янында Асы минераль сығанағы, “Асы” шифаханаһы бар. А.Ҡ.Мөбәрәков ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков